Уҡытыусыларҙы, һәләтле балаларҙы, мәҙәниәт һәм матбуғат хеҙмәткәрҙәрен, ғөмүмән, әҙәбиәткә битараф булмаған шәхестәрҙе йыйған осрашыуға баш ҡалабыҙҙан билдәле сәнғәт оҫталары, яҙыусылар, рәссамдар, кино белгестәре килде.
Сараның пленар ултырышынан һуң төрлө майҙансыҡтар эшләне.
Мин үҙем Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы, билдәле шағирә һәм прозаик, журналист, “Һәнәк” журналының баш мөхәррире, журналистика өлкәһендә Ш.Хоҙайбирҙин исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Миләүшә Ҡаһарманова модератор булған “Әҙәбиәт” майҙансығында ҡатнаштым.
Унда урындағы әҙәби түңәрәк ағзалары, журналистар, китапханасылар, әҙәбиәт һөйөүселәр һәм йәш ижадсылар өсөн ижади хеҙмәттең төп бурыстары хаҡында һүҙ алып барылды. Модератор проза һәм шиғриәттең бәләкәй жанры тәртиптәре, уларҙы дөрөҫ ҡулланыу ысулдары, яҙышыуҙағы иң ябай хаталар һәм уларҙан арыныу юлдары тураһында аңлатты.
Миләүшә Сәйғәфәр ҡыҙы Башҡортостанда тормошҡа ашырылған "Ҡаһарман" Арт-коучинг проекты (авторы үҙенең ҡыҙы Әлиә Хәбилова) хаҡында ла бик мауыҡтырғыс итеп һөйләне. Был проекттың маҡсаты - башҡорт әҙәбиәтенә йәш яҙыусыларҙы йәлеп итеү, уларҙы уҡытыу.
- Апрель айынан алып барылғайны был онлайн-дәрестәр. Республика буйынса яҙышырға ынтылған, яҙышырға өйрәнергә теләгән һәм ниндәйҙер кимәлдә ҡәләм тирбәткән йәштәрҙе йыйып алғайныҡ. 80-гә яҡын ҡулъяҙма килде. Шуларҙы һайлай-һайлай, эшкәртә-эшкәртә, һәләттәренә һәм әүҙемлектәренә ҡарап, 20 кешене һайланыҡ.
Ниндәй маҡсат менән ойошторолдо был коучинг? Бөгөн яҙышырға теләгән йәштәрҙе өйрәтеүсе остаздар бик аҙ. Яҙа белмәйһегеҙ, тип әрләүселәр һәм ғәйепләүселәр күп, ә бына уларға реаль ярҙам ҡулы һуҙыусы юҡ кимәлендә. Хәҙер йәштәр телде оло быуын һымаҡ йәки беҙҙең кимәлдә үк белә алмай. Уларҙы был тәңгәлдә әйҙүкләргә һәм өйрәтергә кәрәк. Иң һәләтлеләрен дә өйрәтергә кәрәк. Улар быға мохтаж. Һөнәрсе өйрәнсеккә өйрәткән һәм уны уға үҙ аллы булырға ярҙам иткән кеүек.
Йәштәрҙең уй-фекерләүе башҡа, донъяға ҡарашы башҡа һәм уларҙың яҙыу стиле лә башҡа. Был насар йә яҡшы тигәнде аңлатмай. Был – ысынбарлыҡ, факт. Йәштәр бөгөн үҙ форматтарында ижад итә. Заманса. Уларҙы кире ҡаҡҡансы, ситкә типкәнсе, аңлау һәм ҡабул итеү яҡшыраҡ түгелме? Беҙҙең балалар бит улар, беҙҙең киләсәк. Һындырыу, икенсе ҡалыпҡа ултыртып маташыу файҙаһыҙ. Туҡтауһыҙ тәнҡитләү арҡаһында ла “бөгөн йәштәр башҡортса яҙмай” тигән фекер нығынып бара. Яҙа! Бар улар! Һәләтлеләр, белемлеләр, ҡыҙыҡтар һәм ҡыйыуҙар.
Проектты “Ҡаһарман” тип атауыбыҙ ҙа Миләүшә Ҡаһармановаға дан өҫтәү түгел, ә йәштәрҙең ошондай ҡараш һәм ҡаршылыҡтарға ҡаршы атлап, үҙ һүҙҙәрен әйтер ижад тыуҙырыуҙары һәм уны яҡлай алыуҙарының ысын ҡаһарманлыҡ икәнлеген күрһәтеү ине. Шулай булды ла.
Проекттың йомғаҡлау форумы Президент отелдә үтте. Йәштәр яҡшы номерҙарҙа йәшәне, ресторандарҙа туҡланды, заманса залдарҙа түңәрәк өҫтәлдәр ойошторҙо, тренингтар үтте. Ике көн барышында улар менән яҙыусылар, шағирҙар, журналистар килеп осрашып китте. Кисен республикабыҙҙа старт алған “Шағир көндәлеге” тигән яңы фильм күрһәтелде. Буш ваҡыттарҙа тренажер залында шөғөлләнделәр, бассейнда йөҙҙөләр, саунала рәхәтләнделәр. Һәм бөтөн ошо матур мөнәсәбәт йәштәрҙең яҙыусылыҡҡа ыңғай ҡарашын формалаштырыу өсөн эшләнде. Яҙыусы ас, яланғас һәм ярлы ғына була икән, тигән стереотипты ашатлап китһендәр өсөн. Уңышлы, заманға яраҡлаша, китаптарын һата, ижадтарын популяштыра ала торған яҙыусылар булып үҫеп етһендәр өсөн әлеге йәштәр. Һәм ошо күркәм башланғыс уларҙың күҙ алдында бер яҡты маҡсат булып торһон өсөн.
Проектың авторы Алия Хәбилова булды. Медицина университеты студенты. Был грантты ул Санкт-Петербург ҡалаһында яҡлап еңеп алып ҡайтты. Һәм бөтөн ошо форумды ла, белгегеҙ килһә, буласаҡ табиптар ойошторҙо. Йәғни, йәш табиптар йәш яҙыусыларҙың эше, ашы, ялын ҡайғыртып, мөмкинлектәр тыуҙырып, һәр теләктәрен үтәп йүгерешеп йөрөнө. Был шундай ҡыҙыҡлы бер яңы тандем булды.
“Ҡаһарман” арт-коучингын үткән йәштәрҙең ижади эштәре яҡын арала республика гәзит һәм журналдарында донъя күрәсәк. Ә үҙҙәре улар, моғайын, был саранан илһам һәм дәрт, кәңәш һәм ярҙам алып, артабан да ошо изге юлды дауам итерҙәр, тип ышанабыҙ, - тине Миләүшә Сәйғәфәр ҡыҙы.
Шулай уҡ хәҙерге журналистика, бөгөнгө әҙәбиәттәге юмор һәм сатира темалары буйынса ла фекер алышыу йәнле булды.
Диалогҡа ҡоролған сарала беҙ билдәле прозаиктың ижад һәм тормош юлы хаҡында бик күп мәғлүмәт алдыҡ һәм бөгөн беҙ Миләүшә Ҡаһарманованы яҙыусы һәм журналист булараҡ ҡына түгел, ә тормош һынауҙарын лайыҡлы үткән, шул тиклем егәрле, йүнсел, маҡсатсан, өлгөр гүзәл ҡатын-ҡыҙ булараҡ та астыҡ. Әлбиттә, уның күңелдәргә үтеп ингән сығышы күптәрҙе уйланырға мәжбүр иткәндер!
2023 йылдың икенсе ярты йыллығына “Һәнәк” журналына яҙылып, үҙенең автографы менән “Бетерә шишмәһе” тигән повестар һәм хикәйәләр йыйынтығын да бүләккә алып ҡыуандыҡ!
Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылы сиктәрендә үткәрелгән “Ижади майҙан” сараһында ҡатнашҡаны, әүҙем эшмәкәрлеге менән башҡорт халҡы тарихын, мәҙәниәтен һаҡлауға һәм өйрәнеүгә ҙур өлөш индергәне өсөн Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалы доценты Ғәлиә Ғәлийән ҡыҙы Ғәниева, “Йәнтөйәк” район-ара гәзите баш мөхәррире Наилә Зәйнулла ҡыҙы Имаева, Балтас район мәғариф бүлегенең туған телдәр буйынса методисы Ленария Рәфис ҡыҙы Заһирова Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.
Бына шулай бик һөҙөмтәле һәм йәнле үтте беҙҙең “Әҙәбиәт” майҙансығы эше. Үҙебеҙҙең әҙәби осрашыуҙарға һыуһаған икәнлегебеҙҙе аңлап, Миләүшә Сәйәғәфәр ҡыҙын Асҡын районына ла ҡунаҡҡа саҡырҙыҡ. Рухи һәм мәҙәни үҫеш, яңы көс-дәрт алыу өсөн бындай саралар бик тә кәрәк булғанына инанып, уны ойоштороусыларға рәхмәт белдереп, яңы пландар ҡороп ҡайттыҡ “Ижади майҙан”дан.
Наилә Имаева.
Белешмә:
Яҙыусы Миләүшә Ҡаһарманова сығышы менән Бөрйән районынан . Тәүҙә ул халыҡҡа «Нағыш», «Нур усағы» тип аталған шиғри йыйынтыҡтары аша танылды. Һуңғы осорҙа уның «Күңелем йылы теләй» һәм «Бетерә шаршылары» исемле сәсмә әҫәрҙәр китабы донъя күрҙе. Үҙ мәлендә ул Сибай төбәк яҙыусылар ойошмаһын етәкләне, төрлө әҙәби конкурстарҙа еңеүсе булды. «Киске Өфө» гәзитендә эшләй. Әле ул «Һәнәк» журналын етәкләй.