Ҡариҙел ауылындағы Үҙәк район моделле китапханаһына Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге республика милли китапхана директоры урынбаҫары Әлиә Фәтхетдинова үҙенең бер төркөм коллегалары менән осрашыуға килде.
Был осрашыу баш ҡаланың төп китапханаһы ойошторған “Уҡы 365” уҡыу һәм белем фестивале сиктәрендә уҙҙы.
Ҡунаҡтар араһында билдәле шағир, тәнҡитсе, тәржемәсе, сәнғәт эҙләнеүсеһе Роман Круглов та бар ине.
Ҡариҙелдәр ҡунаҡтарын яңы быуын китапханаһы буйлап экскурсия ойошторҙо.
Был ваҡытта акттар залы китап уҡыусылар менән шығырым тулғайны. Шағир Роман Круглов менән осрашыу йылы, йәнле, дуҫтарса атмосферала, диалог формаһында үтте. Автор үҙенең шиғырҙарын да уҡып ишеттерҙе. Залдағыларға шағирҙың үҙ ижады хаҡында бәйән итеүе бик оҡшаны, бер-бер артлы һорауҙар ҙа бирҙеләр.
Роман Круглов әҫәрҙәренә фәлсәфәүи мәғәнәләр һалынған, шул уҡ ваҡытта улар хәҙерге заман рухы менән дә һуғарылған. Шағир үҙенең тыңлаусылары менән төрлө темаларға әңгәмә ҡорҙо. Шуға ла ижади осрашыу йәнле лә, ҡыҙыҡлы ла булды.
Гөлнара Солтанова.