Ғаилә йылыһы ул балаларҙың шат тауышында, бәхетле йылмайыуында, әсәйҙәрҙең наҙлы күҙ ҡарашында , атайҙарҙың ныҡлығында, ышаныслы булыуында сағыла.
Балтас район Мәҙәниәт һарайы майҙанында Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө айҡанлы "Ғаилә йылыһы" тип исемләнгән сара үтте. Байрамда ғаилә йылыһын, йәмен, ҡотон бер нисә тиҫтә йылдар дауамында ҡәҙерләп, һаҡлап, йәштәргә үрнәк булып ғүмер итеүсе ғаиләләр, төрлө йылдарҙа "Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн" миҙалы менән бүләкләнгән парҙар, 50 йыл бергә татыу ғүмер итеп алтын туйҙарына етеүсе өлгөлө парҙар ҡатнашты. Байрам уңайынан район хакимиәте башлығы Илгиз Әхүәс улы Субушев барыһын да ҡотлап, Мағашлы-Алмантай ауылынан Марина Минилкаевна менән Василий Ғәйнелйән улы Хәйбуллиндарға "Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн" миҙалын тапшырҙы.
50 йыл бергә ҡулға-ҡул тотоношоп ғүмер иткән парҙарҙы: Иҫке Балтас ауылынан Фәйхүнә менән Марс Шәриповтар, Рәүизә менән Әнис Тажетдиновтар, Уразай ауылынан Вәзинә менән Малик Дилмиевтар, шулай уҡ байрам көнөндә никахтарын законлаштырған Гөлназ менән Дамир Мөғәллимовтарҙы һәм Анна менән Алик Мифтаховтарҙың ҡыҙы Камилла тыуыуы менән тәбрикләне.
Сара район үҙешмәкәр артистарҙың сығышы менән үрелеп барҙы.
Гөлназ Ғәлләмова.