Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәни мөхит
6 Июль 2022, 20:10

Һөйөнсө! Яугилделә клуб асылды!

Бөгөн Ҡариҙел районының Яугилде ауылында мәҙәни тормош ҡайнаны.

Һөйөнсө! Яугилделә клуб асылды!
Һөйөнсө! Яугилделә клуб асылды!

Тантаналы рәүештә бында өр-яңы күп тармаҡлы ауыл клубы асылды. Мәҙәниәт министры Әминә Ивний ҡыҙы  һәм район хакимиәте башлығы Шәйҙуллин Айҙар Әнғәм улы клубты асыуҙа ҙур өлөш индереүселәрҙе Рәхмәт хаттары менән бүләкләне.  Уларҙың береһе ғүмерен китапхана эшенә бағышлаған, Яугилденең әүҙем ҡатын-ҡыҙы, ауылдың барлыҡ ижтимағи- мәҙәни тормошонда ҡайнаған китапханасы Мөғәллимова Фәнүзә Ғәлиулла ҡыҙы.

Тотош байрамға әүерелгән был сара нисек үтте, символик асҡыс кемгә тапшырылды, күп тармаҡлы ауыл клубында ниҙәр бар?

Ошо һәм башҡа мәғлүмәттәр тураһында тулыраҡ “Йәнтөйәк” гәзитенең киләһе һанында уҡый алаһығыҙ.

Гөлнара Солтанова.

Һөйөнсө! Яугилделә клуб асылды!
Һөйөнсө! Яугилделә клуб асылды!
Һөйөнсө! Яугилделә клуб асылды!
Һөйөнсө! Яугилделә клуб асылды!
Һөйөнсө! Яугилделә клуб асылды!
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас: