Уларҙы мәғариф, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, ауыл активистары ойошторҙо. Байрамға ҡайтыусылар, ҡатын-ҡыҙҙар, ир-егеттәр һәм йәштәр көйәнтәләп һыу ташыуҙа, ҡапсыҡ, ҙур калуш кейеп йүгереүҙә, һунарсы саңғыһы кейеп атлауҙа, арҡан тартышыуҙа, гер күтәреүҙә, оҙонлоҡҡа һикереүҙә һәм башҡа ҡыҙыҡлы уйындарҙа теләп ярышты һәм бүләктәр отто.
Әйткәндәй, байрам алдынан ауыл биләмәһенә ҡараған ауылдарҙа мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре гармундар уйнап, йырлап, өй буйынса йөрөп, һабантуйға бүләк йыйыу йолаһын башҡарҙы. Хужабикәләрҙең ихластан биргән таҫтамалдары, яулыҡтары һәм башҡа бик матур бүләктәр уйындарҙа еңеүселәргә тапшырылды.
Илһөйәр Махатова.
Гөлфинә Исламова фотолары.