Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәни мөхит
2 Июль 2022, 20:05

Һабан туйы — хеҙмәт туйы

Иҫке Ҡаҙансы ауылында үткән Һабантуй байрамы олоһо-кесеһен, ауылдаштарҙы, туғандарҙы, яҡташтарҙы бер майҙанға йыйҙы

Һабан туйы — хеҙмәт туйы
Һабан туйы — хеҙмәт туйы

Иҫке Ҡаҙансыла үткән һабантуй барыһының да күңеленә хуш килде һәм күркәм күренештәргә бай булыуы менән иҫтә ҡалды.

Ғәҙәттәгесә, байрам ҡунаҡтарын урындағы ағинәйҙәр ҡоро ағзалары йыр-бейеү, сәк-сәк һәм ҡымыҙ менән ҡаршы алды. Иҫке Ҡаҙансы ауыл биләмәһе башлығы Илдар Фәрит улы Денисламов, район хакимиәте башлығы Динис Рәдис улы Йосопов һәм килгән ҡунаҡтар барыһын да Һабан байрамы менән ҡотланы һәм яҡташтарына изге теләктәрен еткерҙе. 

Һабантуй, тәү сиратта, ауыл хужалығы тармағы хеҙмәткәрҙәренең хеҙмәтен данлай. Шуға күрә байрамда иң яҡшы баҫыу алдынғыларына, ауыл хужалығы эшсәндәренә бүләктәр тапшырылды, күп итеп мал ҡараған, йорт-тирәһен гөл итеп йәшәгән, ишле, хеҙмәт һөйөүсән балалар үҫтергән дан ғаиләләр билдәләнеп үтте.

Бер һабантуй ҙа милли көрәшһеҙ үтмәй. Бында ла  чемпион исеменә урындағы һәм ҡунаҡҡа ҡайтҡан ир-егеттәр көс һынашты. Көрәштең төп бүләге  – тәкә Воткинск ҡалаһынан ҡайтҡан Тимур Салаповҡа эләкте. Иҫке Ҡаҙансы егете Рөстәм Тайыпов 2-се урын яуланы.

Һабантуй үткән майҙанда башҡа спорт ярыштары, милли уйындар гөрләне. Балалар өсөн ниндәй генә күңел асыу майҙансыҡтары эшләмәне! 

Ә сәхнәнән көн оҙоно йыр-моң ағылды.

Материалды тулыраҡ итеп район гәзитенән уҡый алаһығыҙ.

Илһөйәр Махатова.

Автор фотолары.

Һабан туйы — хеҙмәт туйы
Һабан туйы — хеҙмәт туйы
Һабан туйы — хеҙмәт туйы
Һабан туйы — хеҙмәт туйы
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас: