Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәни мөхит
9 Июнь 2022, 22:20

Ҡариҙел – Асҡын дуҫлығы

Ике сиктәш район, Аллаға шөкөр, дуҫ һәм татыу йәшәй, ҡунаҡҡа ла йөрөшә. Ошо көндәрҙә Муллаҡай ауылы китапханаһына солтанбәктәр килеп төштө.

Ҡариҙел – Асҡын дуҫлығы
Ҡариҙел – Асҡын дуҫлығы


Муллаҡайҙар ҡунаҡтарын урындағы һөнәрмәндәрҙең сағыу күргәҙмәһе менән ҡаршы алды. Гәзит биттәрендә шиғырҙары менән йыш телгә алынған ауыл шағирәләре М.Зәйнетдинова, Н.Котова үҙҙәренең ижады менән таныштырҙы. Матур йырҙар, ҡыҙыҡлы таҡмаҡтар башҡарылды. Китапханасы Лидия Авдеева викторина уйынын да әҙерләгәйне. Солтанбәктәр ҙә буш килмәгәйне. Китапханасы Дилбәр Мазһарова ауылдың йөҙөк ҡашы булған “Умырзая” коллективы менән килде, уларҙың сығышын һәр кем йылы ҡабул итте. Артабан сәй мәжлесе артында мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре эш тәжрибәләре менән уртаҡлашты. Киләсәктә шундай эшлекле сәфәрҙәр йышыраҡ ойошторолоуын ике яҡ та теләп хушлашты. Ауылдар араһында шундай дуҫлыҡ ептәре һүрелмәһен.

Гөлнара Солтанова.

Ҡариҙел – Асҡын дуҫлығы
Ҡариҙел – Асҡын дуҫлығы
Ҡариҙел – Асҡын дуҫлығы
Ҡариҙел – Асҡын дуҫлығы
Ҡариҙел – Асҡын дуҫлығы
Ҡариҙел – Асҡын дуҫлығы
Читайте нас: