Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәни мөхит
7 Июнь 2022, 12:20

Күргәҙмәлә — район тарихы

Балтас районында үткән «Һабантуй - 2022» халыҡ байрамында  тыуған яҡты өйрәнеү майҙансығында «Балтас районы тарихында уларҙың исемдәре» күргәҙмәһе эшләне.

Күргәҙмәлә — район тарихы
Күргәҙмәлә — район тарихы

Күргәҙмәлә  район тарихы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар, республикабыҙҙың дәүләт, иҡтисади, социаль һәм мәҙәни үҫешенә тос өлөш индергән күренекле яҡташтарыбыҙ тураһында материалдар тәҡдим ителде.

Һабантуй ҡунаҡтары райондың рәйестәре һәм талантлы етәкселәре тураһында папкалар менән танышты.

Күп быуаттар дауамында Һабантуй байрамы беҙҙең өсөн иң шатлыҡлы һәм көтөп алынған ваҡиғаларҙың береһе булды һәм булып ҡала. Был хеҙмәт байрамында халыҡ йолалары һәм кәсептәре, матур ғөрөф-ғәҙәттәр, йолалар, күп милләтле районыбыҙ халыҡтарының йыр-бейеүҙәре, шулай уҡ яҡташтар менән осрашыуҙар бергә ҡушыла.

Гөлназ Ғәлләмова.

Күргәҙмәлә — район тарихы
Күргәҙмәлә — район тарихы
Читайте нас: