Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәни мөхит
15 Апрель 2022, 16:10

Милли кейемдә — рух асылы

Асҡын 1-се урта мәктәбендә Милли кейем көнөнә арналған саралар бик матур һәм күңелле үтте

Милли кейемдә — рух асылы
Милли кейемдә — рух асылы

Бөгөн Милли кейем көнө айҡанлы мәҙәниәт, мәғариф учреждениеларында бай йөкмәткеле саралар үтте. Асҡын 1-се урта мәктәбендә лә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары уҡыусыларға милли кейем тураһында һөйләп, төрлө саралар ойошторҙо. Милли кейем кейгән балалар үҙҙәренең һәләтен дә күрһәтте,  фәһемле әңгәмәләр тыңланы, һүрәт тә төшөрҙө, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуаптар ҙа алды.

8-се Б класында Сулпан Әғәләм ҡыҙы Ғилметдинова үткәргән дәрес тә бик фәһемле булды. Уҡытыусы ҡыҙҙарға башҡорт милли биҙәүесе — түшелдерек эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Сулпан Әғәләм ҡыҙы түшелдерек, башҡорт халыҡ орнаменты тураһында тәфсирләп һөйләне, түшелдеректең заманса  стилләштерелеп эшләнгәндәре менән дә таныштырҙы.

Илһөйәр Махатова.

Милли кейемдә — рух асылы
Милли кейемдә — рух асылы
Милли кейемдә — рух асылы
Милли кейемдә — рух асылы
Милли кейемдә — рух асылы
Милли кейемдә — рух асылы
Милли кейемдә — рух асылы
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас: