Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәни мөхит
15 Апрель 2022, 22:30

Милли кейемдәрҙә – халыҡтар дуҫлығы

Бөгөн республикабыҙҙың барлыҡ тарафтарында ла Милли кейем көнө гөрләне. Ҡариҙел районының мәҙәниәт бүлеге хеҙмәткәрҙәре лә был көндөң әһәмиәтен тағы бер тапҡыр һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Милли кейемдәрҙә – халыҡтар дуҫлығы
Милли кейемдәрҙә – халыҡтар дуҫлығы

Сөнки Ҡариҙел районы биләмәһендә башҡорт, рус, татар, мари һәм башҡа халыҡтарҙың иңгә-иң терәшеп дуҫлыҡта һәм берҙәмлектә йәшәүе бер кемгә лә сер түгел. Һәр мәҙәни усаҡта теге йәки был халыҡтың милли йөҙөн аныҡлаған ижади коллективтар эшләп килә. Милли кейемдәрҙә сәхнәгә сығып баҫыуҙары була, тамашасы йәһәт кенә шул халыҡтың йыр-моңон тыңларға, бейеүҙәрен ҡарарға әҙер. Үҙәк район моделле китапханаһының һәм күп функциялы ауыл клубының барлыҡ зоналарында ла бөгөн ошо милли рух хөкөм һөрҙө. Методистар һәм китапханасылар бай йөкмәткеле байрам программаһын әҙерләгәйне. “Милли костюмдар парады” флешмобы бигерәк тә ойошҡанлы үтте. Мәҙәниәт бүлеге начальнигы Руслан Рөстәм улы Булатов, район Мәҙәниәт һарайы директоры Мирза Тәфкил улы Хөсәйенов белгестәренең һөнәри оҫталығын билдәләп үтте. Сараның мәртәбәһен арттырып, милли костюмдарҙа район хакимиәте башлығы Шәйҙуллин Айҙар Әнғәм улы һәм уның барлыҡ урынбаҫарҙары ҡатнашты. Парад артынан милли йыҙар һәм бейеүҙәр тантана итте. Халҡыбыҙҙың милли кейемдәре, йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре, аш-һыуы тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр алып, рухланып, күтәренке кәйеф менән таралыштылар улар.

Гөлнара Солтанова.

Милли кейемдәрҙә – халыҡтар дуҫлығы
Милли кейемдәрҙә – халыҡтар дуҫлығы
Милли кейемдәрҙә – халыҡтар дуҫлығы
Милли кейемдәрҙә – халыҡтар дуҫлығы
Читайте нас: