Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәни мөхит
11 Март 2022, 12:50

Тетрәндергән фильм

Бөгөн район Мәҙәниәт йортоноң тамашалар залында “Севастополь өсөн алыш” фильмы күрһәтелде.

Тетрәндергән фильм
Тетрәндергән фильм

Илһөйәрлек менән һуғарылған фильмды ҡарарға Асҡындың 1-се һәм 2-се мәктәптәренән уҡыусылар, уҡытыусылар килгәйне.

“Ҡурҡыу белмәҫ ҡатын-ҡыҙ–снайпер, Советтар Союзы Геройы Людмила Паличенконың Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән батырлығы таң ҡалдырҙы.  Нәҡ Павличенко кеүек  ҡаһарман яугирҙар фашистарҙы дер һелкетә, ҡурҡырға, артҡа сигенергә мәжбүр итә. Ҡыйыу снайпер бер үҙе генә хәл иткес мәлдәрҙә  күпме дошман һалдатын һәм офицерын юҡ итә! Тиңһеҙ батырлығы өсөн  1943 йылда Людмила Павличенкоға Советтар Сроюзы Геройы исеме бирелә.

 Совет һалдаттарының Тыуған илгә бирелгәнлеге, батыр көрәшеүҙәре, халыҡ бәхете өсөн үҙ ғүмерҙәрен биреүе  тетрәндерҙе. Бөгөнгө көндә бындай фильмдарҙың әһәмиәте бигерәк тә ҙур. Ғорурланып, күҙ йәштәре аша ҡараныҡ был фильмды”, —  тине бер тауыштан уҡыусылар.

Наилә Имаева.

Тетрәндергән фильм
Тетрәндергән фильм
Читайте нас: