Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәни мөхит
6 Март 2022, 11:55

Яҙҙар менән килә наҙҙар

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан Балтас районының гүзәл заттары өсөн район Мәҙәниәт йортонда ҙур байрам концерты булды.

Яҙҙар менән килә наҙҙар
Яҙҙар менән килә наҙҙар

Ҡотлау һүҙҙәре менән район хакимиәте башлығы Илгиз Әхүәс улы Субушев сығыш яһап, күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте һәм һөнәри вазифаларын яуаплы башҡарғаны өсөн, шулай уҡ Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Районыбыҙҙың ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Биктубаева Элина Альберт ҡыҙы тамашасыларҙы байрам менән тәбрикләп үтте.
Бүләкләү тантанаһынан һуң яратҡан әсәләр һәм барлыҡ ҡатын-ҡыҙҙар өсөн "Белоснежка" балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәренең шиғыр -йырҙары яңғыраны.
Сара байрам уңайынан район егеттәре әҙерләгән “Яҙҙар менән килә наҙҙар” тигән бик эстәлекле концерт менән дауам итте, тамашасыларһәр сығышты ҙур алҡыштарға күмде.

Гөлназ Ғәлләмова.

Яҙҙар менән килә наҙҙар
Яҙҙар менән килә наҙҙар
Яҙҙар менән килә наҙҙар
Читайте нас: