Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәни мөхит
27 Февраль 2022, 17:20

Музей эшмәкәрлеге менән таныштылар

Балаларға экскурсия бик оҡшаны.    

Музей эшмәкәрлеге менән таныштылар
Музей эшмәкәрлеге менән таныштылар

 

Балтас районы Тушҡыр ауыл китапханаһы хеҙмәткәре Хәмәтнурова Венера Фәнис ҡыҙы башланғыс класс уҡыусылары һәм мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн Халыҡ сәнғәте һәм Рәсәй халыҡтарының матди булмаған мәҙәни мираҫы йылы сиктәрендә Тушҡыр ауылының тыуған яҡты өйрәнеү музейы буйлап экскурсия үткәрҙе.

Балалар музей предметының, экспонаттың, экспозицияның нимә икәнен аңланы, музейҙа үҙеңде тотоу ҡағиҙәләренә өйрәнде. Венера Фәнис ҡыҙы кесе Ватан тарихы һәм мәҙәниәте менән таныштырҙы. Балалар өсөн был бик мөһим ваҡиға булды, улар яңы мәғлүмәтте ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡабул итте һәм яңы тәьҫораттар алды.

Гөлназ Ғәлләмова.

Музей эшмәкәрлеге менән таныштылар
Музей эшмәкәрлеге менән таныштылар
Читайте нас: