Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәни мөхит
26 Февраль 2022, 09:35

Халҡым моңо тынмаһын!

Айыҡ һәм сәләмәт тормош алып барыусы Солтанбәк ауылында башҡорт халыҡ уйын ҡоралдары ғаилә ансамбле төҙөлдө.

Халҡым моңо тынмаһын!
Халҡым моңо тынмаһын!

Айыҡ ауыл-2021 республика конкурсында ҡатнашыусы Солтанбәк ауылында Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылы сиктәрендә шундай рухлы, фәһемле, оло тәрбиәүи әһәмиәткә эйә, һөҙөмтәле мәҙәни сара үтте. Милли асылыбыҙға тоғро, йолаларыбыҙҙы, тарихыбыҙҙы тергеҙеүгә һәм һаҡлауға ҙур тырышлыҡ һаыусы солтанбәктәтр янына бөтә донъяға билдәле виртуоз ҡумыҙсы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Миңлеғәфүр Зәйнетдинов  менән Асҡын район Мәҙәниәт йортоноң ҡурай буйынса педагогы Илмир Мәхийәнов килде. Виртуоз музыканттар күрһәткән оҫталыҡ дәресе, бергәләп үткәргән күнекмәләр һөҙөмтәле булды. Башлыса Суфияновтар нәҫеленән торған башҡорт халыҡ уйын ҡоралдары ғаилә ансамбле төҙөлдө.

Әйткәндәй, бынан 30-35 йылдар элек нәҡ ошондай ансамблде Суфияновтар нәҫеленең талантлы вәкиле Илгиз Нурислам улы Суфиянов төҙөп, халҡыбыҙ уйын ҡоралдарын популярлаштырыу, милли йолаларыбыҙҙы, бигерәк тә ҡурай һымаҡ милли уйын ҡоралыбыҙҙы тергеҙеү буйынса бик ҙур эш алып барғайны. Нәҡ Илгиз Нурислам улы тырышлығында шул осорҙа бер нисә быуын ҡурайсылар, ҡумыҙсылар, ғөмүмән, йыр-моңға оҫта йәштәр үҫеп сыҡты. Хәҙер улар республикабыҙҙың һәм Рәсәйҙең төрлө тарафтарында намыҫлы эшләп, мәҙәниәтебеҙҙе үҫтереүгә үҙ өлөшөн индерә.

Яңы төҙөлгән ансамбль дә урында халҡыбыҙ моңон тергеҙеүгә, уны үҫтереүгә, йәш быуынды шулай моңло, ҡурайлы һәм ҡумыҙлы итеп тәрбиәләүгә ҙур өлөш индерер, тип ышанабыҙ.

Ысынлап та, башҡорт халыҡ уйын ҡоралдары моңон тыңлағандан һуң, ул һине әллә ҡайҙарға алып китеп, булмышыңды биләп алып, күңелеңә, рухыңа илаһи көс-ҡеүәт бирә. Йәшәһен халҡыбыҙ моңо!

Наилә Имаева.

 

Халҡым моңо тынмаһын!
Халҡым моңо тынмаһын!
Халҡым моңо тынмаһын!
Халҡым моңо тынмаһын!
Халҡым моңо тынмаһын!
Халҡым моңо тынмаһын!
Читайте нас: