Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәни мөхит
25 Февраль 2022, 21:50

"Пушкин картаһы" менән – музейға!

Ҡариҙел район Мәҙәниәт һарайында 40 йылға яҡын эшләп килгән “Йәшлек” халыҡ бейеүҙәре ансамблендә шөғөлләнеүселәр “Пушкин картаһы” милли проекты сиктәрендә Байҡы ауылындағы район Тарих һәм крайҙы өйрәнеү музейына экскурсияға килде.

"Пушкин картаһы" менән – музейға!
"Пушкин картаһы" менән – музейға!

Ансамблдең художество етәксеһе Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәфилә Мөнирова музей мөдире Таһир Мөниров менән ҡыҙҙарҙы район мәҙәниәте менән таныштырҙы. Иң элек Таһир Әғзәм улы ҡурай буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәтте. Бейеүселәр үҙҙәре бейегән көйҙәрҙе белеп, танып ултырҙы, тыпырлап та алды.

Шулай уҡ 19-сы быуат төпкөлөнә ҡараған башҡорт ҡатын-ҡыҙының милли костюмы ла “йәшлек”тәрҙең иғтибарынан ҡалманы. Был костюмды ҡасандыр район территорияһында йәшәгән башҡорт ҡыҙҙары кейеп йөрөгән. Уның тегелеше, биҙәлеше ҡунаҡтарға ныҡ оҡшаны. Ә фантазияға бай Рәфилә Мөғәллим ҡыҙында иһә тиҙ арала ошо костюмды стилләштереп, сәхнәгә, халыҡҡа сығарырға тигән теләк уянды.

Сараның ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс программаһы буйынса бейеүселәр һәр экспонат менән яҡындан танышып, киң мәғлүмәт тупланы, тарих тәҙрәһенә шаҡыны. Боронғо көнкүреш әйберҙәре ҡыҙҙарҙы ныҡ мауыҡтырҙы. Совет эпохаһының да йыһаздары уларға бик оҡшаны. Атай-әсәйҙәренең, олатай-өләсәйҙәренең ҡыҙыл галстук тағып, ҡыҙыл байраҡ тотоп, борғо ҡысҡыртып демонстрацияларға сығыуҙарын күҙ алдына килтерҙе улар.
Сара һуңында экскурсия ҡунаҡтары үҙҙәренең бүләктәрен музей фондына бүләк итте. Кем белә, бәлки бер нисә йыл уҙғас, уларҙың да балалары, ейән-ейәнсәрҙәре бында килеп, “Йәшлек” халыҡ бейеүҙәре ансамбленең видеояҙмаһын, сағыу буклеттарын ҡарар.

Гөлнара Солтанова.

"Пушкин картаһы" менән – музейға!
"Пушкин картаһы" менән – музейға!
"Пушкин картаһы" менән – музейға!
"Пушкин картаһы" менән – музейға!
"Пушкин картаһы" менән – музейға!
"Пушкин картаһы" менән – музейға!
"Пушкин картаһы" менән – музейға!
"Пушкин картаһы" менән – музейға!
Читайте нас: