Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәни мөхит
23 Февраль 2022, 09:10

Егеттәр тапҡырлыҡта, оҫталыҡта, етеҙлектә ярышты

Балтас район Мәҙәниәт һарайында Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан үткәрелгән “Йәгеҙ әле, егеттәр!” конкурсы еңеүселәре тураһында сайтыбыҙға инеп уҡығыҙ:  

Егеттәр тапҡырлыҡта, оҫталыҡта, етеҙлектә ярышты
Егеттәр тапҡырлыҡта, оҫталыҡта, етеҙлектә ярышты

 

Балтас район Мәҙәниәт һарайында “Пушкин картаһы” проекты сиктәрендә район мәктәптәре, Башҡорт төньяҡ-көнбайыш ауыл хужалығы колледжы уҡыусылары өсөн “Йәгеҙ әле, егеттәр!” конкурс программаһы үтте. Ойоштороусылар ярышта ҡатнашыусыларҙа ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыр өсөн төрлө бәйгеләр һайларға тырышҡан: эстафеталар, интеллектуаль конкурс.

Байрам һәр команда менән танышыуҙан башланды. Ҡатнашыусыларҙың физик үҫеш кимәлен генә түгел, командаларҙың берҙәмлеген дә күрергә мөмкин ине. Көйәрмәндәр ҙә ситтә ҡалманы: ҡыҙҙар класташтарын һәр этапта дәртләндерҙе.
Урындар түбәндәгесә бүленде:
1 – се урын Түбән Һикеяҙ ауыл мәктәбнең “9-сы рота” һәм Башҡорт төньяҡ-көнбайыш ауыл хужалығы колледжы 1-се төркөм егеттәренең “Зәңгәр береттар” командаларында;
2-се урын Иҫке Балтас ауылы 2-се урта мәктәбнең “Моряктар” һәм Башҡорт төньяҡ-көнбайыш ауыл хужалығы колледжы 6-сы төркөм егеттәренең “Бодрячки” командаларында;
3-сө урын Иҫке Балтас ауылы 1-се урта мәктәбенең “Гром” командаһында.

Афарин, егеттәр!

Гөлназ Ғәлләмова.

Егеттәр тапҡырлыҡта, оҫталыҡта, етеҙлектә ярышты
Егеттәр тапҡырлыҡта, оҫталыҡта, етеҙлектә ярышты
Читайте нас: