Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәни мөхит
16 Февраль 2022, 09:40

Һыуҙа балыҡ ҡына йөҙөп торһон!

Ҡариҙел районы Түбәнге Балмазы ауылында ҙур ойошҡанлыҡ менән Балыҡсы көнөн үткәрҙеләр.  

Һыуҙа балыҡ ҡына йөҙөп торһон!
Һыуҙа балыҡ ҡына йөҙөп торһон!

 

Йәй көнө балыҡ үҙе килеп ҡаба  тигәндәй, ҡыш көнө уны тотоу бик  үҙенсәлекле лә, сетерекле лә. Ауыл халҡы киң һыулы Ҡариҙел йылғаһы буйын төйәк иткән, балыҡсылыҡ бында күптән килгән кәсептәрҙән һанала. Хатта тәжрибәле балыҡсыларҙың һауа торошо буйынса балыҡ ҡабыу-ҡапмау тураһында үҙҙәре генә белгән серҙәре, һынамыштары ла бар. Шулай уҡ үҙҙәренә ҡулайлаштырып, йыл миҙгеленә килештереп яһап алған ҡоралдары ла бихисап. Шуға ла боҙ тишеп, мәке уйып, балыҡ ҡармаҡлау бындағыларға һис ят күренеш түгел.

13 февраль көндө ауыл клубы методисы Хәмиҙә Дәүләтгәрәева “Әйҙәгеҙ, Балыҡсы көнөн үткәрәйек!”, тип өндәшеүе булды, кем уҙарҙан ауылдың аҫыл ир-егеттәре әйтелгән урынға килеп тә етте. Бындай байрам беренсе тапҡыр түгел, шуға ниндәй конкурстар буласағын һәр кем яҡшы белә. Иң элек боҙ тишеп, мәке уйыу маҡсаты ҡуйылды. Ваҡыт буйынса был эштә иң өлгөрө ситтән килгән ҡунаҡ булып сыҡты. Хәйер, Балмазы халҡы ҡунаҡсыл, яр буйы киң бит, балыҡ тоторға кем килмәй ҙә, кем китмәй. Хатта араларында йыл һайын килеп йөрөгән, ауылдаштар инде “үҙ кеше” тип һанағандары ла бар.

Тәүге еңеүсе билдәле булыу менән, башҡалар теүәл бер сәғәт эсендә күберәк балыҡ тотор өсөн йылға буйлап таралышты. Шунан бала-сағалар, ҡыҙ-ҡырҡын араһында башлана ла инде ығы-зығы!

Хәмиҙә Ғәбделфаяз ҡыҙы был сараны ойошторорға күптән өйрәнеп бөткән, барлыҡ нескәлектәрен үтәнән үтә белә. Шуға “ҡар өҫтөндә лә утын яға” торған уңғандарҙы алып, балыҡ һурпаһы бешерергә ҡуша һала. Үҙе шул арала тамаша ҡылыусылар менән балыҡсылыҡ тураһында викторина һорауҙары үткәреп, балыҡсы уйынын уйнатып, һәр береһен йырлатып-бейетеп ала. Был тамашала уға район Мәҙәниәт йорто хеҙмәткәре Ратмир Нуртдинов һәр ваҡыт йыр-моңо менән ярҙам итеп тора. Рәзифә Туҡтамышева, Эльмира Карамова һәм Әнфисә Елизаровалар бешергән тәмле уха еҫе балыҡсыларҙың танауҙарын ҡытыҡланы, тимәк, конкурс аҙағына ла килеп еткән. Тюбинг, сноуборд, балыҡсылар санаһында уйнап арыған балалар кемдең балығы күберәк икәнлеген күҙ ҡараштары менән самалай.

Хәмиҙә Дәүләтгәрәева иһә оҙаҡ көттөрмәй, һәр береһенә “Оҫта балыҡсы” тигән диплом һәм иҫтәлеккә бүләктәр тапшырҙы. Бына шулай үтә Түбәнге Балмазыла Балыҡсы көнө. Һәр кем ҡышҡы көндә сынығып, тәнгә сихәт алып, саф һауа һулап, йыр-моңда тирбәлеп, тәмле уха менән һыйланып, яҡшы кәйеф менән таралышты. Әлбиттә, был көндө байрамдың ойоштороусылары, бағыусылары исеменә мең-мең рәхмәттәр оҙатыла. Шулай итеп, һыуҙа балыҡ ҡына йөҙөп торһон...

Гөлнара Солтанова.

Һыуҙа балыҡ ҡына йөҙөп торһон!
Һыуҙа балыҡ ҡына йөҙөп торһон!
Һыуҙа балыҡ ҡына йөҙөп торһон!
Һыуҙа балыҡ ҡына йөҙөп торһон!
Һыуҙа балыҡ ҡына йөҙөп торһон!
Һыуҙа балыҡ ҡына йөҙөп торһон!
Читайте нас: