Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәни мөхит
14 Февраль 2022, 08:55

Ғашиҡтар көнө менән!

Балтас районы Мағашлы-Алмантай ауыл клубы хеҙмәткәре Лариса Кузьмина Ғашиҡтар көнө айҡанлы балалар өсөн оҫталыҡ дәресе ойошторҙо.

Ғашиҡтар көнө менән!
Ғашиҡтар көнө менән!


Ғашиҡтар көнө (Изге Валентин көнө) — 14 февралдә бөтә донъяла үткәрелгән Ғашиҡтар көнө. Был көндә яратҡан һәм ҡәҙерле кешеләргә йөрәк формаһындағы открыткалар — валентинкалар бүләк итеү ҡабул ителгән. Валентинкалар етештереүсе компаниялар үткәргән маркетинг сәйәсәте был байрамды Рәсәйгә бөтә доняъға таратты. Уның тарихы романтик мөхәббәткә бәйле.Был көн бөгөн дә онотолмаған, киреһенсә, халык, бигерәк тә йәштәр араһында киң тарала. Ғашиҡтар көнөндә, йола буйынса, бер-береһен һөйгәндәр бүләктәр бирешә, «валентинка»лар менән алмаша.
1910 йылғы открытка-«валентинка»Изге Валентин байрамының сәскә эмблемаһы — ҡыҙыл рауза. Сөнки, антик легенда буйынса, ҡыҙыл рауза мөхәббәт аллаһы Афродита арҡаһында барлыҡҡа килгән, имеш. Алиһә үҙенең яраланған һөйгәне янына йүгергәндә, аҡ рауза ҡыуағына баҫа һәм энәләренә аяғын йәрәхәтләй. Уның илаһи ҡаны сәскәне ҡыҙыл төҫкә буяй.

Гөлназ Ғәлләмова.

Ғашиҡтар көнө менән!
Ғашиҡтар көнө менән!
Ғашиҡтар көнө менән!
Ғашиҡтар көнө менән!
Читайте нас: