Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәни мөхит
13 Февраль 2022, 10:25

Яулыҡ ҡатын-ҡыҙға матурлыҡ ҡына түгел, тыйнаҡлыҡ, бөхтәлек, баҫалҡылыҡ та өҫтәй

Балтас районы ауыл мәҙәниәт йорттары ла «Яулыҡ - тыныслыҡ билдәһе» халыҡ-ара фестивале халыҡ ижады смартмобына ҡушылды.  

Яулыҡ  ҡатын-ҡыҙға матурлыҡ ҡына түгел, тыйнаҡлыҡ, бөхтәлек, баҫалҡылыҡ та өҫтәй
Яулыҡ ҡатын-ҡыҙға матурлыҡ ҡына түгел, тыйнаҡлыҡ, бөхтәлек, баҫалҡылыҡ та өҫтәй

Яулыҡ ябыныу тарихы - бик тәрәндә. Ул бик күп халыҡтарҙың, дини йүнәлештәрҙең, шул иҫәптән ислам диненең дә, төп атрибуты, сағыу бер өлөшө булып тора. Яулыҡ - ҡатын-ҡыҙға матурлыҡ ҡына түгел, тыйнаҡлыҡ, бөхтәлек, баҫалҡылыҡ өҫтәй. Уны төрлө халыҡта төрлөсә ябыналар: рус халҡы сәскәле шәл ябына,көндәлектә ҡайтара бәйләп маңлай тапҡырында суҡлап ҡуйыла; Һиндостанда ла ҡатын-ҡыҙҙар бөркәнсекһеҙ йөрөмәй; Израилдәрҙә яулыҡ “тихль” тип атала, сәсте ҡаплап артҡа бәйләнә, муйын асыҡ ҡала; Урта Азияла пәрәнжә менән ҡапланалар. Африкала тюрбан бәйләйҙәр. Беҙҙә, башҡорттарҙа ла яулыҡтың киң йәйелгәне уның төрҙәренән, атамаларынан һәм аксессуарҙарынан да күреп була: алҡа яулыҡ, ҡушъяулыҡ, балҙы яулыҡ, бот, таҫтарҙы ла яулыҡ тигәндә булалыр, яулыҡҡа килештерелгән төрлө аксессуарҙар, биҙәүҙәрҙең дә “һаҡалдырыҡ”, “ҡолаҡсыҡ” һымаҡ үҙенсәлекле исемдәре бар. Борон яулыҡһыҙ йөрөү бик һирәк күренеш булған. Ял иткәндә лә, эш эшләгәндә лә яулыҡты бәйләп йөрөгәндәр.

Гөлназ Ғәлләмова.

Читайте нас: