Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәни мөхит
13 Февраль 2022, 11:15

Халҡыбыҙҙың күңел биҙәктәре

Балтас районы Иҫке Янбай ауыл китапханаһында «Халҡыбыҙҙың күңел биҙәктәре» тип исемләнгән фольклор кисә үтте.

Халҡыбыҙҙың күңел биҙәктәре
Халҡыбыҙҙың күңел биҙәктәре

Сарала ҡатнашыусылар, «Мираҫ» клуб ағзалары халыҡ йолалары, боронғо ауыл көнкүреше, быуындан - килгән ғөрөф-ғәҙәттәре менән танышты.
Бөгөн күп кенә ҡул эше оҫталары араһында сигеү сәнғәте айырым популярлыҡ менән файҙалана. Ҡасандыр тик көнкүреш менән генә сикләнгән сигеү хәҙер күптәрҙең яратҡан шөғөлөнә әүерелде. Клуб ағзалары Манзума Сәйетғәлиева, Фәнзиә Сәфәрова, Нәфисә Ахунова күрһәткән оҫталыҡ дәресе «Йөҙөк һалыш», «Беҙ - беҙ инек» боронғо уйындары менән аралашып барҙы. Еңелгәндәр йыр йырлап, бейеп, йомаҡтар сисеп, шиғырҙар уҡыны. Рузалия Әхәтова гармунда уйнаған халыҡ көйҙәре, Рима Вәлимова, Манзума Сәйетғәлиева башҡарыуында йырҙар яңғыраны.

Гөлназ Ғәлләмова.

Халҡыбыҙҙың күңел биҙәктәре
Халҡыбыҙҙың күңел биҙәктәре
Халҡыбыҙҙың күңел биҙәктәре
Халҡыбыҙҙың күңел биҙәктәре
Халҡыбыҙҙың күңел биҙәктәре
Читайте нас: