Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәни мөхит
5 Февраль 2022, 15:10

Их, калушы ла калушы!

Түбән Ҡарыш ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәре Лилиә Фәүзетдинова етәкселегендәге “Умырзая” фольклор коллективы ҡыҙҙары ла бик яратып кейә калушты.

Их, калушы ла калушы!
Их, калушы ла калушы!

 

Ауыл ерендә элек-электән популяр булған аяҡ кейеме  резина калуштарҙың да тыуған көнө бар икән – 1824 йылдың 4 феврале. Был аяҡ кейемен күп фольклор ансамблдәр ҡуллана.

Түбән Ҡарыш ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәре Лилиә Фәүзетдинова етәкселегендәге “Умырзая” фольклор коллективы ҡыҙҙары ла бик яратып кейә калушты һәм еңел итеп бейей был аяҡ кейемендә.

Калушты тәүләп эшләү тарихы Рэдли тигән инглиз кешеһе менән бәйле. Аяғы еүешләнеп, һәр ваҡыт сирләүе арҡаһында ул 1803 йылда аяҡ кейеме өсөн каучук ағасының сей һуты менән һеңдерелгән туҡыманан тышлыҡтарҙы эшләү өсөн патент ала. Тик эше уңышһыҙ тамамлана. Һыуыҡта улар һына, эҫелә насар еҫ сығарып, ирейҙәр.

Ә бына Америка уйлап табыусыһы һәм эшҡыуар Чарльз Гудьир эшен аҙағынаса еткерә. Ул 1824 йылдың 4 февралендә Бостонда резина калуштарын тәҡдим итә. Шуға был көн әлеге аяҡ кейеменең тыуған көнөнә әйләнә лә инде.

Гөлнара Шәймөхәмәтова.



Их, калушы ла калушы!
Их, калушы ла калушы!
Читайте нас: