Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәни мөхит
27 Ғинуар 2022, 12:25

«Улар аслыҡты ла, һыуыҡты ла еңде»

Ҡаһарманлыҡ сәғәтендә уҡыусылар Ленинград халҡының батырлығы тураһында мәғлүмәт тупланы.  

«Улар аслыҡты ла, һыуыҡты ла еңде»
«Улар аслыҡты ла, һыуыҡты ла еңде»

 

27 ғинуарҙа – Ленинград ҡамауын өҙгән көндә – Башҡортостандың барлыҡ ҡалаларында һәм райондарында «Блокада икмәге» республика акцияһы уҙғарыла.

Балтас районы Түбән Һикеяҙ  ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре китапхансы менән берлектә  «Улар аслыҡты ла, һыуыҡты ла еңде» тигән ҡаһарманлыҡ сәғәте ойошторҙо. Йәш уҡыусылар Ленинград халҡының батырлығы һәм ҡаһарманлығы, блокадалағыларҙың икмәк нормаһы, ул ваҡытта икмәк карточкаларының нимә аңлатҡаны, унан блокада икмәге нимәнән бешерелгәне менән танышты. «Тормош юлы» китабынан хикәйәләрен уҡып, 1941 йылдың ноябрь аҙаҡтарында Ладога күле өҫтөнән автомобиль юлы һалынғанын белделәр. Халыҡ уны «Тормош юлы» тип атаған. Боҙ өҫтө буйлап самолёт һәм артиллерия уттары аҫтында ҡалаға аҙыҡ-түлек, медикаменттар, яғыулыҡ керетелә башлап, яйлап ҡына «Тормош юлы» буйлап ҡарттар, балалар илебеҙҙең төрлө мөйөштәренә оҙатылған. Сара аҙағында алып барыусы балаларға «Блокада икмәге»н таратып, ошо аяныслы ваҡиғаны һис ҡасан онотмаҫҡа, бөгөнгө тыныс тормоштоң ҡәҙерен белергә саҡырҙы.

Гөлназ Ғәләмова.

«Улар аслыҡты ла, һыуыҡты ла еңде»
«Улар аслыҡты ла, һыуыҡты ла еңде»
Читайте нас: