

Рәйеф Ғәзим улы Әмиров - яҙыусы, тәнҡитсе, ғалим-әҙәбиәтсе, филология фәндәре докторы (1986), профессор (1987), СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы (1981), Башҡортостан Республиканың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1991). Ул Халыҡ-ара юғары мәктәп фәндәр академияһының ағзаһы, Рәсәйҙең атҡаҙанған юғары белем биреү хеҙмәткәре, Татарстан Республикаһының Ҡол Ғәли исемендәге халыҡ ара (1998)премия лауреаты, Бөтә донъя татарҙары конгресы миҙалы (2021) менән бүләкләнгән.
Рәйеф Ғәзим улы мауыҡтырғыс әңгәмәсе, шуға күрә сара йылы шарттарҙа уҙҙы. Осрашыуҙа ҡатнашыусылар яҙыусының тормошо һәм ижады хаҡында һөйләгәнен ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тыңланы, уның хәтирәләре, шулай уҡ ижади пландары менән ҡыҙыҡһынды. Кисә яҙыусы менән фотоға төшөү менән тамамланды.
Гөлназ Ғәлләмова.