

Республика күләмендә «Айыҡ ауыл» конкурсы сиктәрендә күркәм саралар ойошторола. Ҡариҙел районы үҙәге – Ҡариҙел ауылы халҡы ла был конкурсҡа әүҙем ҡушылды. Бигерәк тә белем биреү усаҡтарында был юҫыҡта эштәр киң йәйелдерелгән.
2-се балалар баҡсаһы педагогтары һәм тәрбиәләнеүселәре лә етди саралар үткәреп, “Айыҡ ауыл” конкурсы маҡсаттарын бойомға ашырыуҙа үҙ өлөштәрен индерә. Бында балалар һәм ата-әсәләр менән төрлө профилактик әңгәмәләр, спорт бәйгеләре уҙғарылды.
Гөлнара Солтанова.