

Балтас районы Түбән Һикеяҙ ауылы мәҙәниәт йортонда оҫталыҡ дәресе уҙҙы.
Ниткография - ул ептәр ярҙамында картиналар төшөрөү. Оҫталыҡ дәресендә ауыл балалары ҡатнашты. Оҫталыҡ дәресе барышында мәҙәниәт йорто хеҙмәткәре Фәнилә Ғиләжева яңы технологияны практикала ҡулланыу алымдарын күрһәтте. Һәр ҡатнашыусы ижади процесҡа сумды, уның үҙенсәлекле һөҙөмтәһен алдан күрә алмау мөмкинлегенә эйә булды. Оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашыусыларҙың барыһы ла үҙ ҡулдары менән башҡарылған үҙенсәлекле ижади эштәрҙән ҡәнәғәт ҡалды.
Гөлназ Ғәлләмова.