

Балтас районы Тушҡыр ауылы китапханаһында йәштәр өсөн "Әҙәби ҡунаҡханала" девизы аҫтында викторина үтте. Викторина йәштәргә өйрәнелгән әҙәби әҫәрҙәрҙе хәтергә төшөрөргә һәм тәҡдим ителгән һорауҙарға яуап биреп, күп ҡыҙыҡлы һәм фәһемле мәғлүмәт алырға ярҙам итә. Сара өс раундтан торҙо: "Разминка", "Кем нимәне күберәк белә", "Тамашасылар менән уйын". Эштә әҫәрҙәр йәки уларҙың авторҙары буйынса стандарт һорауҙар осраны, әммә ҡатнашыусылар, мәктәп программаһынан тыш, башҡа материалдар менән танышҡанмы-юҡмы икәнлеген аңларға ярҙам иткән һорауҙар ҙа булды. Шулай уҡ ҡунаҡтар өсөн китаптар күргәҙмәһе ойошторолдо, унда төрлө жанрҙар буйынса китаптар ҡуйылды.
Гөлназ Ғәлләмова.