Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Мәҙәни мөхит
19 Ғинуар 2022, 11:35

“Минең атайым да данлыҡлы дивизияла хеҙмәт иткән”

Оло хөрмәткә лайыҡ  мәғариф ветераны, Ҡаҙансы төбәге ағинәйҙәрен етәкләүсе Мәмдүнә Ғаян ҡыҙы Зарипова  

“Минең атайым да данлыҡлы дивизияла хеҙмәт иткән”“Минең атайым да данлыҡлы дивизияла хеҙмәт иткән”
“Минең атайым да данлыҡлы дивизияла хеҙмәт иткән”

“Минең атайым да данлыҡлы дивизияла хеҙмәт иткән”, - ти оло хөрмәткә лайыҡ  мәғариф ветераны, Ҡаҙансы төбәге ағинәйҙәрен етәкләүсе Мәмдүнә Ғаян ҡыҙы Зарипова.

 

Атайым, Мөхәмәтзарипов Ғәбделғаян Зекриә улы 1907 йылдың 8 мартында Иҫке Ҡаҙансы ауылында тыуған. Бер ғаиләнән дүрт яуғир Барый, Фәтих, Ғәбделхәй, Ғәбделғаян Мөхәмәтзариповтар дошманға ҡаршы яуға күтәрелә.

Атйым һуғышты  данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизия  составында үтә. Ул легендар генералдар Миңлеғәле Шайморатов, Григорий Белов етәкселегендә алыша. Брянск  фронтында  ҡан ҡойғос алыштарҙа, Сталинградты обороналауҙа, Черниговты азат итеүҙә ҡатнаша. Уның ҡуҫтыһы Гәбделхәй ағай ҙа шунда була. Ләкин туғандарға фронтта осрашырға тура килмәй.

Һуғыш тамамланғас, дүрт бер туғандың береһе Мөхәмәтзарипов Ғәбделғаян Зекриә улы ғына тыуған яғына әйләнеп ҡайта. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа «Сейәтау"  колхозында, унан «Дружба» совхозында эшләй. Буш ваҡытында сабата үрә, бал ҡорттары ҡарай. Тирә-яҡҡа мулла булараҡ таныла. Уның ҡарамағында 48 егеү аты, 78 тайҙар һәм ҡолондар була. Шәхси хужалыҡта ла ат аҫрай. 1999 йылда  вафат була. 

Кәримә Мостафа ҡыҙы менән 70 йыл татыу ғүмер итеп, 7 бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Бөтә балалары ла — Сәғҙәт, Нәзихә, Нәжибә, Тәлғәт, Мәдеһәм, Мәймүнә һәм Мәмдүнә йыр-моңға әүәҫ була.

Бөгөн Ғәбделғаян Зекриә улы нәҫелен уның күп һанлы ейән — ейәнсәрҙәре, бүлә- бүләсәрҙәр (хәҙер улар 40-тан ашыу) дауам итә. Уларҙа ла олатайҙарының һәләте бар: ейәнсәре — Сулпан — Нефтекама филармонияһы йырсыһы, Эльвира БДПУ-ла музыкаль белем биреү факультетын тамамлаған. Ә ейәнсәрем Илнара Ғәйбәтова үткән йыл ҡарт олатаһы Ғәбделғаян Зекриә улының яу юлын өйрәнеп, тикшеренеү эше яҙып, республикала еңеү яуланы.

Шайморатовсы атайым менән сикһеҙ ғорурланам”, - ти Мәмдүнә Ғаян ҡыҙы.

Наилә Имаева.

“Минең атайым да данлыҡлы дивизияла хеҙмәт иткән”
“Минең атайым да данлыҡлы дивизияла хеҙмәт иткән”
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас