Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Мәҙәни мөхит
19 Ғинуар 2022, 05:05

Быуаттар төпкөлөнән

Үреш-Битулла ауылы боронғо Елдәк ырыуы башҡорттары  ерҙәренә ҡарай. #Ҡариҙелрайонына90йыл #Караидльскомурайону90лет

Быуаттар төпкөлөнәнБыуаттар төпкөлөнән
Быуаттар төпкөлөнән

 

Ҡариҙел районы барлыҡҡа килеүенә февраль айында 90 йыл тула. Муниципалитетта ошо күркәм юбилейға тулыһынса әҙерлек бара. Район мәҙәниәт бүлеге, мәҫәлән, “Быуаттар төпкөлөнән” онлайн-фестивален ойоштороп ебәрҙе. Фестиваль талабына ярашлы, конкурсанттар ауылдарының тарихы, үҙенсәлекле ер-һыу атамалары, арҙаҡлы шәхестәре, ауылдаштарының район тарихында ҡалдырған эҙҙәре тураһында йөкмәткеле видеояҙма әҙерләп ебәрергә тейеш. Был сараға беренселәрҙән булып Абдулла, Байҡыбаш, Байҡы-Юныс, Үреш-Битулла, Нәғертдин, Абыҙ, Ҡортлокүл ауылдарының клуб методистары ҡушылды. “Йәнтөйәк” гәзите уҡыусылары менән уларҙың бер-нисәһе менән танышып китәйек.

Үреш-Битулла ауылы боронғо Елдәк ырыуы башҡорттары  ерҙәренә ҡарай. Уның биләмәһендәге Шаушаҡ ауылы тарихта 1896 йылда уҡ билдәле булған, был ерҙәр 95 аҫаба башҡорттоң тыуған төйәге һаналған. 1920 йылда уларҙың һаны 184-кә еткән. “Ватандаш” журналы 1998 йылдың 6-сы һанында был турала яҙып сыҡҡайны. Шуныһы ҡыҙғаныс, бөгөн был торлаҡ пунктта бер кем дә йәшәмәй. Әммә бындағы Ҡариҙел йылғаһы буйында урынлашҡан таш мәсет быуаттар төпкөлөнөң оло шаһиты булып килгән туристарҙы, тыуған ерҙәрен һағынып ҡайтҡан ауылдаштарын алыҫтан сәләмләп, ҡаршы алып тора.

Был Аллаһ йорто 1910 йылда Груздев исемле алпауыт ( помещик) тарафынан һалынған. 1930 йылға тиклем Миңлеғәле Хәмәҙиев  мулла булған. Таш мәсет хаҡында шулай уҡ заманында Башҡортостан Диниә назаратының “Рәсүлиәт” гәзитендә баҫылған. Был яҙмала 1908 йылда “Мәғлүмәт” журналынан ғәрәп һүҙҙәре менән өҙөк килтерелгән, унда Бөрө өйәҙенең Шаушаҡ һәм Сиҙәш  ауылдары халҡына таштан мәсет төҙөргә рөхсәт бирелеүе хаҡында бәйән ителә.  Үреш-Битулла ауылы халҡы тап ошо объектты тарихыбыҙ мираҫы тип һанай. Туристарға, юлаусыларға был тарихи ҡомартҡыны килеп күрергә саҡыра.

Гөлнара Солтанова.

Быуаттар төпкөлөнән
Быуаттар төпкөлөнән
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас