Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Мәҙәни мөхит
19 Ғинуар 2022, 11:25

Батырҙарыбыҙ менән ғорурланабыҙ!

Бөгөн Иҫке Ҡаҙансы ауылында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙарына арналған сара үтте.

Батырҙарыбыҙ менән ғорурланабыҙ!Батырҙарыбыҙ менән ғорурланабыҙ!
Батырҙарыбыҙ менән ғорурланабыҙ!

 

 

Бөйөк Еңеүҙең 77 йыллығына бағышланған  илһөйәрлек менән һуғарылған сараны   ауыл  китапханасыһы Гөлфинә Ҡәнифйән ҡыҙы Исламова Асҡын  районы башҡорттары ҡоролтайы, Ҡаҙансы төбәге ағинәйҙәре менән бергә әҙерләп ойоштора.  Ул мәктәп уҡыусылары менән   яҡташтарыбыҙҙың Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы батырлыҡтарын иҫкә төшөрөү маҡсатында мәктәп уҡыусылары менән әҙәби-музыкаль  композиция әҙерләй.

“Иҫке Ҡаҙансы төбәгенән Тыуған илебеҙҙе  һаҡларға 478 кеше фронтка китә. Шуларҙың   297-һе генә иҫән-һау әйләнеп ҡайта. 181 яугир  яу ҡырҙарында мәңгелеккә  ятып ҡала.  Яҡташтарыбыҙ Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында тиңһеҙ батырлыҡтар күрһәтеп, күптәре миҙал һәм ордендар менән бүләкләнә. Уларҙың икеһе  — Мирзалихан  Ғәбит улы Ғәбитов менән Нурулла Дәүләтгәрәй улы Сафин Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була, – ти Гөлфинә Ҡәнифйән ҡыҙы. - Данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында ла беҙҙең яҡташтарыбыҙ һуғышҡан. Сабирйән Шабан улы Шабанов, Ғабдрахман Хәйҙәрша улы Хәйҙәршин, Мөхлисулла  Зөбәйер улы Зөбәйеров, Сафиулла  Зиннәт улы Зиннәтов, Ҡәлфәт  Фәйзрахман улы Фәйзрахманов, Ғабделғаян  Зекриә улы  Зарипов, Ғалинур ағай Әхмәтов генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов етәкеслегендә яу юлы үтеп, Бөйөк Еңеүгә ҙур өлөш  

индерә.  Беҙ батырҙарыбыҙ менән сикһеҙ ғорурланабыҙ!”

  112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов етәкселегендә Бөйөк Ватан һуғышында Брянск, Воронеж, Көньяҡ-Көнбайыш фронттарында, Сталинградта барған алыштарҙа еңеү яулай. Дивизияның 3860 яугиры орден, миҙалдар менән бүләкләнә, 78 яугир Советтар Союзы Геройы исемен ала.

Миңлеғәле Шайморатовҡа иһә 2020 йылда  Рәсәй Геройы исеме бирелде.

Наилә Имаева.

 

Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас