Йәнтөйәк
+30 °С
Облачно
Антитеррор
Мәҙәни мөхит
14 Января 2022, 05:40

"БАШҠОРТ PARTY" — башҡортса күңелле дискотека

Башҡорт телен, халҡыбыҙҙың милли уйындарын, йыр-бейеүҙәрен, йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен үҫтереү маҡсаты менән ойошторолған  был сара ауылдың йәшен-ҡартын йыйҙы.

"БАШҠОРТ PARTY" — башҡортса күңелле дискотека"БАШҠОРТ PARTY" — башҡортса күңелле дискотека
"БАШҠОРТ PARTY" — башҡортса күңелле дискотека

Ҡариҙел районының Ҡараяр ауылы клубында ошондай атама аҫтында башҡортса күңелле һәм үҙенсәлекле дискотека ойошторалар.

 Башҡорт телен, халҡыбыҙҙың милли уйындарын, йыр-бейеүҙәрен, йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен үҫтереү маҡсаты менән ойошторолған  был сара ҡышҡы каникулдарҙа ауылдың йәшен-ҡартын йыйған.

Оло йәштәгеләр бала саҡтағы милли уйындарын иҫкә төшөрөп, башҡорт көйҙәре аҫтында йәштәр менән  күңелле итеп уйнаны. "Әбәк", "Биш ҡапҡа", "Ҡара-ҡаршы әйтеш", "Аҡ тирәк-күк тирәк", "Йөҙөк һалыш", "Йәшерәм яулыҡ", "Һуҡыр тәкә" уйындары ысынында иһә бик ҡыҙыҡлы булып, һәр тамашасының күңеленә хуш килде. Йыр артынан йыр һуҙып, бейеү артынан бейеү бейеп, ҡараряҙар рәхәтләнеп ял итте. Һәр кем халыҡ уйындарының, йыр-бейеүҙәрен, милли мәҙәниәттең ысын хәҡиҡәтен тойғандыр, моғайын. Шуға ла Ҡараяр күп тармаҡлы ауыл клубы методисы Әйүпова Лилиә Анзаф ҡыҙына ауылдаштары тик яҡшы тәьҫораттарын ғына еткерҙе.

“Сара өсөн бик рәхмәтлебеҙ, күпме шат тойғолар, халҡыбыҙҙың күңел биҙәктәре өсөн ғорурланып ултырҙыҡ”, - тине тамаша ҡылыусылар. Әйткәндәй, был кисә “Айыҡ ауыл” республика конкурсы сиктәрендә үткәрелде.  Шуға ла "БАШҠОРТ PARTY" тематик дискотекаһын ойоштороусылар айыҡ килеш тә матур итеп ял итеп булыу мөмкинлеген кисәлә ҡатнашыусыларға еткерә алды. Иң мөһиме, яҡшы кәйеф, яҡшы дуҫтар һәм туған телебеҙгә, халыҡ ижадына ҡарата тәрән һөйөү, - тип билдәләйҙәр улар.

Гөлнара Солтанова.

Ҡариҙел районы.

"БАШҠОРТ PARTY" — башҡортса күңелле дискотека
"БАШҠОРТ PARTY" — башҡортса күңелле дискотека
"БАШҠОРТ PARTY" — башҡортса күңелле дискотека
"БАШҠОРТ PARTY" — башҡортса күңелле дискотека
"БАШҠОРТ PARTY" — башҡортса күңелле дискотека
"БАШҠОРТ PARTY" — башҡортса күңелле дискотека
"БАШҠОРТ PARTY" — башҡортса күңелле дискотека
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас