Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Мәҙәни мөхит
8 Ғинуар 2022, 15:35

Йолаларҙа – милләт асылы

"Айыҡ ауыл - 2021" республика конкурсы сиктәрендә бөгөн Асҡын районы Ҡашҡа ауылында “Мәңге йәшәр ауылымда халыҡ йолалары” тигән бик матур сара үтте. #Айыҡауыл2021Ҡашҡаауылы #Трезвоесело2021Кашкино #Асҡынрайоныбашҡорттарыҡоролтайы #ППМИ2021Кашкино #Бөтәдонъябашҡорттарыҡоролтайы

Йолаларҙа – милләт асылыЙолаларҙа – милләт асылы
Йолаларҙа – милләт асылы

Йомғаҡлау сараларында район хакимиәте башлығы Динис Рәдис улы Йосопов етәкселегендә мәртәбәле ҡунаҡтар - Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзалары  билдәле тарихсы, тарих фәндәре кандидаты Нурислам Мирхәйҙәр улы Ҡалмантаев, танылған шағирә, “Аҡбуҙат” журналының баш мөхәррире Лариса Хашим ҡыҙы Абдуллина, танылған йырсы, төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының “Без – башҡортлар” ижтимағи хәрәкәте ағзаһы Винарис Өлфәт улы Абдуллин, район Советы секретары, район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Рима Шамил ҡыҙы Нәбиуллина, район хакимиәте башлығы урынбаҫарҙары Эльза Ҡәҙим ҡыҙы Әхмәтгәрәева, Олеся Петровна Смирнова,  күренекле яҡташтарыбыҙ Башҡортостандың халыҡ артисы Марат Тәлғәт улы Шәйбәков, танылған композитор һәм шағирә Рәүфә апай Нурмөхәмәтова, шулай уҡ Солтанбәк ауыл биләмәһе башлығы Фәнил Фәнғәт улы Шәрәфетдинов етәкселегендә делегация һәм урындағы халыҡ ҡатнашты.

Йола буйынса, мәртәбәле ҡунаҡтарҙы ҡашҡалар икмәк-тоҙ, ҡымыҙ һәм йыр-бейеүҙәр менән матур итеп ҡаршы алды. Ауылдың йөҙөк ҡашы булған халыҡ уйын ҡоралдары ансамбле был юлы ла сараға йән өрҙө.

Ауыл мәҙәниәт йорто фойеһында “Мәңге йәшәр ауылымда халыҡ йолалары” тигән сара барышында алып барыусылар Алита Шабанова менән Наил ағай Хәйруллин урындағы йолаларҙы тергеҙеү, ауыл һәм Балыҡсы ырыуы тарихын өйрәнеү, шәжәрәләр төҙөү буйынса башҡарылған эштәр тураһында бик матур итеп һөйләне.

Ауылдың социаль-иҡтисади торошо, көнитмеше хаҡында Ҡашҡа ауыл биләмәһе башлығы Ринат Хәмзә улы Ғәләүетдинов бәйән итте.

“Айыҡ ауыл-2021” конкурсы сиктәрендә үткәрелгән саралар, китапхана эшмәкәрлеге менән урындағы китапханасы Гөлфиә апай Сабирова таныштырҙы.

Ҡашҡаларҙың матур эштәрен, изге башланғыстарын район хакимиәте башлығы Динис Рәдис улы ла юғары баһаланы.

“Халҡыбыҙ милли асылын юғалтмаһын, киләсәккә ышаныслы баҡһын тиһәк, иң беренсе ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған йолаларҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе тергеҙеү фарыз. Бигерәк тә, үҫеп килгән быуынды милли рухта тәрбиәләүҙә был йүнәлештең әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ”, - тип, киләсәктә лә айыҡ һәм сәләмәт тормошто пропагандалау буйынса эште дауам итергә саҡырҙы һәм бөгөнгө сараны ойоштороуҙа ҡатнашыусыларға рәхмәт белдерҙе.

Сарала сығыш яһаусы Лариса Хашим ҡыҙы менән Нурислам Мирхәйҙәр улы ла ҡашҡаларҙың сәләмәт һәм айыҡ тормош яҡлы булыуына һөйөнөстәрен белдерҙе. “Ҡашҡалар беҙҙе һөйөндөрҙө. Бик матур йәшәйһегеҙ, тарихығыҙҙы, шәжәрәләрегеҙҙе өйрәнәһегеҙ, йолаларҙы тергеҙәһегеҙ, рәхмәт, - тине улар. - Төҙөк йорттар, төрлө йәштәгеләрҙең биләмәлә ойошторолған сараларҙа теләп ҡатнашыуы, янып йәшәүе, сабыйҙар тыуыуы, йәш ғаиләләрҙең ауылда төпләнеүе, яңы йорттар һалыныуы – быларҙың барыһы ла бөгөн шуны асыҡ дәлилләй”.

Әйе, ауыл халҡын айыҡ һәм сәләмәт тормошҡа йәлеп итеү, йәш быуынды традицияларға ярашлы дөрөҫ тәрбиәләү һәм эскелек, тәмәке тартыу, наркотиктар тәҫиренән һаҡлау маҡсаты менән бик күп саралар ойошторолған. Быларҙың барыһы ла ауыл Советы, урындағы мәктәп, мәҙәниәт йорто, китапхана, балалар баҡсаһы, һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы, дин әһелдәренең һәм “Ағинәйҙәр ҡоро”, ветерандар советы ағзаларының берҙәм эше.

Сығыш яһаусылар белдереүенсә, Ҡашҡала йыл әйләнәһенә халыҡ араһында сәләмәт тормошто пропагандалау буйынса әүҙем эш алып барыла, унда йәше-ҡарты дәррәү ҡатнаша.

Ауылдың үҙенә генә хас йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре, байрамдары бар. Күрше-күлән элек-электән унда дуҫ-татыу йәшәүе менән айырыла, күмәк ҡул талап ителгән эштәрҙе өмә менән йәки ҡулалмаш эшләргә күнеккәндәр.

Телмәр тотоусыларҙың сығыштары концерт номерҙары менән үрелеп барҙы.

Ауыл уңғандарының ҡул эштәренән бай күргәҙмә лә әҙерләнгәйне. Оҫталарҙың ижад һәм хеҙмәт емештәре менән “Ағинәйҙәр ҡоро” ойошмаһы рәйесе Әнүзә апай Ғилфанова таныштырҙы.

Винарис Абдуллиндың Балыҡсы ырыуы гимнын һәр ваҡыттағыса юғары оҫталыҡ менән башҡарыуы сараға тағы ла йәм өҫтәне һәм йән өрҙө. Гимндың авторы һәм композиторы Рәүфә апай Нурмөхәмәтованың байрамда ҡатнашыуы үҙе бер мәртәбә булды.

Сара сиктәрендә “Аҡбуҙат” балалар баҡсаһында - “Исем ҡушыу” , ә мәктәптә “Ҡаҡ ҡойоу” йолалары күрһәтелде.

Сараның иң мауыҡтырғыс һәм сағыу өлөшө, моғайын, мәктәптең физкультура уҡытыусыһы саф һауала ойошторған “Ҡышҡы уйындар” бәйгеһе булғандыр. Бында Балыҡсы ырыуы вәкилдәре һәм ауылға ҡайтыусы ҡунаҡтар командалары етеҙлектә, таҫыллыҡта, көс-ҡеүәттә ярышты. Марат Шәйбәков башҡарыуындағы дәртле, рухлы  йырҙар  бәйгеселәргә көс-ҡеүәт, дәрт-дарман бирҙе.

Сараның йомғаҡлау өлөшөндә Ринат Хәмзә улы ошо байрамды әҙерләп үткәреүҙә ҙур өлөш индереүселәргә һәм сараға килеүсе мәртәбәле ҡунаҡтарға ауыл Советының Рәхмәт хаттарын тапшырҙы. Бөгөнгө сағыу һәм тантаналы мәлдәрҙе Башҡортостан юлдаш телеканалы хеҙмәткәрҙәре төшөрөүе бигерәк тә ҡыуаныслы булды.Тимәк, хөрмәтле яҡташтарыбыҙ, райондаштарыбыҙ, кемдәр байрамға килә алмаған, уны һеҙ зәңгәр экрандар аша ҡарай алаһығыҙ!

Шулай итеп, Ҡашҡа ауылында ғүмер итеүсе Балыҡсы ырыуы башҡорттары үҙҙәренең ҡунаҡсыл, йомарт, айыҡ тормош алып барған һәм уны пропагандалаған кешеләр икәнлеген иҫбатланы.

Наилә Имаева.

 

 

 

 

 

 

Йолаларҙа – милләт асылы
Йолаларҙа – милләт асылы
Йолаларҙа – милләт асылы
Йолаларҙа – милләт асылы
Йолаларҙа – милләт асылы
Йолаларҙа – милләт асылы
Йолаларҙа – милләт асылы
Йолаларҙа – милләт асылы
Йолаларҙа – милләт асылы
Йолаларҙа – милләт асылы
Йолаларҙа – милләт асылы
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас