

Элегерәк самауыр эргәһендә күмәкләп сәй эсеүҙәр йылы мөхиттә үткән. Хәҙер инде самауыр көндәлек кәрәк-ярағы түгел, ә музей экспонатына әйләнә бара. Ә бит ул ҡасандыр ғаиләнең именлеген һәм муллыҡта йәшәүен сағылдырған, йортта иң маҡтаулы урында ултырған.
Байрам башында сараны алып барыусы Лариса Кузьмина тамашасыларға сәй йолаһы, самауырҙың ҡасан һәм ҡайҙа килеп сығыуы тураһында һөйләп үтте. Артабан күңелле концерт программаһы дауам итте.
Ауыл клубы хеҙмәткәрҙәре ойошторған сара бик күңелле уҙҙы.
Гөлназ Ғәлләмова.