Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Мәҙәни мөхит
4 Ғинуар 2022, 16:40

Балаларҙың шат тауышы яңғырап торҙо

«Ҡар бабай фестивале» бик күңелле үтте.  

Балаларҙың шат тауышы яңғырап торҙоБалаларҙың шат тауышы яңғырап торҙо
Балаларҙың шат тауышы яңғырап торҙо

 

Төньяҡ район-ара "Ғаилә" үҙәгенең Балтас районындағы хеҙмәте Һәйтәк ауыл китапханаһы һәм мәҙәниәт йорто менән берлектә ауылдың үҙәк майҙанында «Ҡар бабай фестивале» ғаилә ялы үткәрҙе.

Программала мауыҡтырғыс һәм күңелле спорт-ғаилә эстафеталары, бейеү флешмобы, балалар һәм ата-әсәләр өсөн «Боҙлоҡтар буйлап кисеү», «Саңғы ярыштары», «Егеүле боландар», «Тюбингта уҙыштар» кеүек ярыштар һәм уйындар бар ине.

Барыһы ла күңел асты, саф һауала көс-дәрт алды. Сара һуңында барлыҡ ҡатнашыусыларға татлы бүләктәр тапшырылды.

Гөлназ Ғәлләмова.

Балаларҙың шат тауышы яңғырап торҙо
Балаларҙың шат тауышы яңғырап торҙо
Балаларҙың шат тауышы яңғырап торҙо
Балаларҙың шат тауышы яңғырап торҙо
Балаларҙың шат тауышы яңғырап торҙо
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас