

“Айыҡ ауыл – 2021” республика конкурсының муниципаль этабында ҡатнашыусы Солтанбәк ауылында “Яңы йыл ғаилә уйындары – 2022” фестивале үтте.
“Бөгөнгө сарала Ғиләжевтар, Суфияновтар, Муллаяновтар, Факкаровтар, Шәрәфетдиновтар ғаиләләре ҡатнашты. Ярыштар күңелле һәм сәмле барҙы, бер ғаилә лә бирешергә теләмәне һәм аҙағынаса бөтә көсөн һалып көрәште. Урындағы фестивалдең һөҙөмтәләре буйынса иң етеҙ һәм йылғыр тип Суфияновтар ғаиләһе танылды. Әйткәндәй, ошондай уҡ сара кисә Сураш ауылында ла ҙур ойошҡанлыҡ менән уҙҙы”, - тип һөйләне Солтанбәк урта мәктәбе директоры Алһыу Фәзнәүи ҡыҙы Фәрәхова.
Ғаилә менән бергә ял итеү, күңел күтәренкелеге, дуҫлыҡ ныҡлығы – был фестивалдең маҡсаты. Солтанбәктәр ҙә байрамдан тик яҡшы һәм яҡты тәьҫораттар алып, күтәренке кәйефтә тарала.
Наилә Имаева.
#НовогодниеСемейныеИгры_2022
#Айыҡауыл2021Солтанбәк
#Трезвоесело2021Султанбеково
#ППМИ2022#МБОУСОШдСултанбеково