Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Мәҙәни мөхит
2 Ғинуар 2022, 08:40

Майҙан гөрләп торҙо

Асҡын ауылының Ленин майҙанында “Рус ҡышы” байрамы бик күңелле үтте.

Майҙан гөрләп торҙоМайҙан гөрләп торҙо
Майҙан гөрләп торҙо


Бөгөн көн буранлы булыуға ҡарамаҫтан, олоһо ла, кесеһе лә Асҡын ауылының Ленин майҙанында ойошторолған «Рус ҡышы» байрамына йыйылды.

Байрам дәртле йырҙар, күмәк бейеүҙәр, ҡыҙыҡлы уйындар һәм конкурстар менән үрелеп барҙы. Бигерәк тә балалар ҙур дәрт менән ярыштарҙа ҡатнашып, бүләктәр отто.

Биҙәлгән ҡаргиҙгестәргә ултырып килгән Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙы асҡындар ихлас ҡаршыланы. Ҡыш бабай Ҡарһылыу барыһын да байрам менән ҡотлап, изге теләктәр теләне, күстәнәстәр таратты, бейене, бейетте. Байрамдан барыһы ла яңы көс-дәрт алып таралышты.

Наилә Имаева.

Майҙан гөрләп торҙо
Майҙан гөрләп торҙо
Майҙан гөрләп торҙо
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас