

Ҡариҙел районы Яңы Бәрҙәш ауыл биләмәһе башлығы Айҙар Ғиндуллин Яңы йыл уңайынан изге теләктәрен еткерә һәм үткән йылға йомғаҡ яһай
— Быйыл планлаштырылған бар эштәребеҙҙе лә тормошҡа ашыра алдыҡ. Яңы Бәрҙәш ауылында 1800 метр асфальт юлы һалыу мөһим ваҡиға булды. Шулай уҡ «Айыҡ ауыл» конкурсында, «Урындағы башланғыстарҙы яҡлау» программаһында ҡатнаштык, Шамрат ауылында Йүрүҙән йылғаһы аша күпер төҙөй башланыҡ, урман сәнәғәтселәре ике яңы трактор һатып алды.
Яңы йылды, ғәҙәттәгесә, ғаилә һәм «районка», «Йәнтөйәк» гәзиттәре менән бергә ҡаршылаясаҡбыҙ.
Бар кешегә лә теләктәренең ҡабул булыуын теләйем. Бөтә уңышһыҙлыҡтар һәм күңелһеҙлектәр иске йылда тороп ҡалһын. Һәм, әлбиттә, сәләмәтлек һәм уңыштар теләйем, яҡташтар!
Люция Карамова.