Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Мәҙәни мөхит
11 Декабрь 2021, 03:15

«Һөйәһеңме-һөймәйһеңме…»

«Тамаша» республика фестивале сиктәрендә Кушнаренко районының «Миҙгелдәр» халыҡ театры коллективы сығыш яһаны.  

«Һөйәһеңме-һөймәйһеңме…»«Һөйәһеңме-һөймәйһеңме…»
«Һөйәһеңме-һөймәйһеңме…»

 

Балтас район Мәҙәниәт һарайында уҙған фестиваль сиктәрендә Кушнаренко районының «Миҙгелдәр» халыҡ театры Флорид Бүләковтың «Һөйәһеңме-һөймәйһеңме…» спектаклен сәхнәләштерҙе. ( режиссеры Ынйы Ғимәлтдинова).
Спектакль ҡарт менән ҡарсыҡтың үҙҙәренең тормошон күҙ алдынан үткәреүенә ҡоролған. Мөхәббәт-һөйөүҙәре лә тормоштары кеүек аяныслы. Әҫәр геройҙары – ябай ауыл кешеләре, ауыр тормош юлы үткән өлкән йәштәге кешеләр. Ошо ҡарттар, ҡарсыҡтар тормошо бер генә кешенең яҙмышы түгел, ә тотош халыҡтың, осорҙоң күргән михнәттәрен, шатлыҡ һәм уңыштарын сағылдыра. Ҡарт менән ҡарсыҡ яҙмышында ил тарихы һүрәтләнә. Спектаклдә рухи-әхлаҡи проблемалар ҙа күтәрелә.

Гөлназ Ғәлләмова.

«Һөйәһеңме-һөймәйһеңме…»
«Һөйәһеңме-һөймәйһеңме…»
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас