

Гран-при бүләгенә Кушнаренко районынан «Миҙгелдәр» татар халыҡ театр коллективы лайыҡ булды.
Беренсе урынды - Балтас районы Нөркә мәҙәниәт йортоноң Гөлназ Шәйбәкова етәкселегендәге “Мираҫ” татар халыҡ театры,
икенсе урынды - Бишбүләк районынан сыуаш халыҡ театры, өсөнсө урынды Тәтешле районынан “Илһам” халыҡ татар театрҙары яуланы.
Ҡалған коллективтарға ҡатнашҡан өсөн, төрлө номинацияларҙа еңеүселәргә дипломдар тапшырылды.
Балтас район Мәҙәниәт һарайының «Балҡыш» халыҡ театры артистары режиссер Редик Ғәниев етәкселегендә Уильям Шекспирҙың "Король Лир" спектакле өҙөгөн
заманса сәхнәләштереп, фестивалдә ҡатнашыусыларға үҙенсәлекле оҫталыҡ дәресе күрһәтте.
Гөлнара Шәймөхәмәтова.