+23 °С
Облачно


Башҡорт теле бөйөк Аҡмулланан
Алып, гүйә, көс һәм дарманды,
Шаулай хәҙер бөтә республикаға
Ҡеүәт-көсөн биреп халыҡҡа.
Оҫта ғына булған сабыйҙарҙы
Рәткә теҙеп шиғыр һөйләтә,
Тел ҡәҙерен, тел ҡеүәтен биреп,
Төшөндөрә һәр бер һөйләмгә.
Етеҙ ҡай саҡ, күҙ эйәрмәй ҡала
Легендаға китә ул әүерелеп,
Етеш республиканың данын һөйләп,
Бар йыһанга китә таралып.
Флидә Фәтхиева.