Йәнтөйәк
+30 °С
Облачно
Антитеррор
Мәҙәни мөхит
10 Декабря 2021, 12:50

Бай тәьҫораттар ҡалдырҙы

Иң беренсе булып"Тамаша" республика  фестиваленең икенсе көнөн “Хәйәт” Башҡортостан Республикаһы халыҡ ижадының атҡаҙанған коллективы Яңауыл татар халыҡ театры Туфан Миңнуллиндың “Нәҙер” спектакле менән асты.

Бай тәьҫораттар ҡалдырҙыБай тәьҫораттар ҡалдырҙы
Бай тәьҫораттар ҡалдырҙы


Балтас районында 4-се тапҡыр үткәрелгән Фәрдүнә Ҡасимова призына “Тамаша” республика театр фестиваленең бөгөн икенсе лә бик һөҙөмтәле уҙып бара.
Бөгөн жюри составына ла абруйлы шәхестәр өҫтәлде: Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артисы, РФ-ның һәм БР-ның халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Заһир Исмәғилов исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының режиссура һәм оҫталыҡ кафедраһы доценты Хөрмәтулла Ғаззали улы Үтәшев, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған, Башҡортостан Республикаһынаң халыҡ артисы, Мифтахетдин Аҡмулла һәм Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев исемендәге премиялар лауреаты Йәмил Әбделәхәт улы Әбделманов.
Иң беренсе булып фестивалдең икенсе көнөн “Хәйәт” Башҡортостан Республикаһы халыҡ ижадының атҡаҙанған коллективы Яңауыл татар халыҡ театры Туфан Миңнуллиндың “Нәҙер” спектакле менән асты. Режиссерҙары Салауат Хәмзин, Динар Сәләхов.
Гөлназ Ғәлләмова.

Бай тәьҫораттар ҡалдырҙы
Бай тәьҫораттар ҡалдырҙы
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас