

"Тамаша-2021" театр коллективтары фестиваленең беренсе көнө бик уңышлы үтте.
Нөркә ауыл мәҙәниәт йортоноң “Мираҫ” халыҡ театры Зәки Зәйнуллиндың “41-ҙең арбалы ҡатындары” драмаһын сәхнәләштерҙе.
Гөлназ Шәйбәкова сәхнәгә ҡуйған спектаклдә Нөркә ауылының йәше-ҡарты, барлығы 22 кеше ҡатнашты. Күп йылдар сәхнәне тотҡан остаздарына эйәреп, талантлы йәштәрҙең уйнауы ҡыуандырҙы. Берҙәм, һәләтле коллективҡа жюри ағзалары рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Гөлнара Шәймөхәмәтова.