

Зәйнәп Ғафарова етәкләгән Тушҡыр халыҡ театр коллективы “Тамаша” республика театр коллективтары фестивале жюри иғтибарына Флорид Бүләковтың “Ҡатын-ҡыҙҙың ҡырҡ сирағы” пьесаһы буйынса сәхнәләштерелгән спектаклде тәҡдим итте.
Ролдәрҙе Зәйнәп Ғафарова, Венера Хәмәтнурова, Ралия Сәғдиева һәм йәш артист Эмиль Харипов башҡарҙы. Жюри ағзалары һәүәҫкәр артистарға теләктәрен һәм кәңәштәрен еткерҙе.
Спектаклде музыкаль яҡтан Ирина Бадыгова биҙәне, Резеда Нурисламова суфлер булараҡ ярҙамға килде.
Гөлнара Шәймөхәмәтова.