

“Тамаша” республика театр коллективтары фестивале барышында район мәктәптәре һәм Башҡорт ауыл хужалығы колледжы уҡыусылары өсөн Балтас халҡының талантлы ҡыҙы — республикабыҙҙың арҙаҡлы шәхесе, Рәсәй Федерацияһы Юғары мәктәбенең һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты профессоры Фәрдүнә Ҡасим ҡыҙы Ҡасимова менән осрашыу ойошторолдо.
Тамашасылар осрашыуҙа Фәрдүнә Ҡасим ҡыҙының тормош юлы һәм ижады менән танышты. Сара аҙағында режиссер Айнур Асҡаровтың "Йыл ғаиләһе" фильмы күрһәтелде.
Гөлназ Ғәлләмова.