Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәни мөхит
6 Декабрь 2021, 19:30

«Пушкин картаһы» - ғәмәлдә

Балтас район Мәҙәниәт һарайында район мәктәптәре һәм Башҡорт төньяҡ-көнбайыш ауыл хужалығы колледжы уҡыусылары өсөн оҫталыҡ дәресе үтте.  

«Пушкин картаһы» - ғәмәлдә
«Пушкин картаһы» - ғәмәлдә

Руслан Халиков тауыш режиссеры һөнәренең нескәлектәре тураһында һөйләп, тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Уҡыусылар ижади майҙансыҡта һәм студияла тауыш яҙҙырыу өсөн ниндәй техниканы ҡулланыу, тауыш булдырыу өсөн нимә кәрәклеге хаҡында белде.

Тауыш режиссерының эше тәү ҡарашҡа ғына ябай, ә асылда – бик тынғыһыҙ, бик яуаплы. Оҫталыҡ дәресенән һуң Мәҙәниәт йорто артистары тарафынан әҙерләнгән «Беҙҙең заман, йәштәр!” тип исемләнгән концерт күрһәтелде.

Гөлназ Ғәлләмова.

«Пушкин картаһы» - ғәмәлдә
«Пушкин картаһы» - ғәмәлдә
«Пушкин картаһы» - ғәмәлдә
«Пушкин картаһы» - ғәмәлдә
Читайте нас: