Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәни мөхит
25 Ноябрь 2021, 10:10

Әкиәт – тылсымлы һәм тәрбиәүи донъя

   “Айыҡ ауыл-2021” республика конкурсының муниципаль этабында ҡатнашыусы Урмияҙ ауыл биләмәһендә   Әсә көнө алдынан тәрбиәүи әһәмиәткә эйә сара уҙҙы.

Әкиәт – тылсымлы һәм тәрбиәүи донъя
Әкиәт – тылсымлы һәм тәрбиәүи донъя

Әкиәт йәшкә ҡарамай, бөтәһен дә үҙенә ҡыҙыҡһындыра, ылыҡтыра. Әкиәт – тылсымлы һәм тәрбиәүи  донъя. Унда изгелек һәр ваҡыт яуызлыҡты еңә, хыялдар тормошҡа аша. Балаға үҙенә ышанырға, уны изгелекле, ғәҙел, ярҙамсыл булырға тәрбиәләй, ауырлыҡтарҙы еңергә өйрәтә, ҡыйыулыҡ өҫтәй.

Әкиәт - бәләкәй балаларҙы әхлаҡи тәрбиәләүҙә мөһим сара икәнлеген Иҫке Күскилде  ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре. Ижади эшләүсе коллектив  йыш ҡына балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре өсөн оло тәрбиәүи әһәмиәткә эйә   әкиәттәр әҙерләп, сәхнәләштереп, кәрәк булһа, уға  заманса  яңы һулыш өрөп, тәьҫир көсөн арттыра.

Әсә көнө алдынан урындағы балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн сираттағы шундай матур сара ойошторалар. Урмияҙ ауыл биләмәһе башлығы Илшат Үзбәк улы Ирғәлин әсәйҙәрҙе яҡынлашып килгән байрам менән ҡотлап, изге теләктәрен еткерә.   Мәҙәниәт йортонда эшләүсе Любовь  Фазуллина йомшаҡ  ҡурсаҡтарҙы ҡулланып,  тыңлауһыҙ ҡуян балаһы тураһында әкиәт һөйләй. Любовь Тимофеевнаның сығышы кескәйҙәр күңеленә хуш килә. Тыңлауһыҙ ҡуян балаһының аҙаҡта  яҡшы яҡҡа үҙгәреп, әсәһен яратҡан, тыңлаған, хөрмәт иткән ҡуянҡайға әйләнеүен аңлаған балалар бик ҡыуана. Әкиәт ярҙамында балалар  ата-әсәләрҙе, ололарҙы һәр ваҡыт тыңларға, хөрмәт итергә, уларға ярҙам итергә  кәрәклеген тағы бер тапҡыр  күңеленә һалып ҡуя.

Бына шулай, Иҫке Күскилделә  балалар күңеленә изгелек, шәфҡәтлелек, миһырбанлылыҡ орлоҡтары һалыр фәһемле сара уҙа.

Наилә Имаева.

Әкиәт – тылсымлы һәм тәрбиәүи донъя
Әкиәт – тылсымлы һәм тәрбиәүи донъя
Әкиәт – тылсымлы һәм тәрбиәүи донъя
Әкиәт – тылсымлы һәм тәрбиәүи донъя
Әкиәт – тылсымлы һәм тәрбиәүи донъя
Әкиәт – тылсымлы һәм тәрбиәүи донъя
Әкиәт – тылсымлы һәм тәрбиәүи донъя
Читайте нас: