Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәни мөхит
23 Ноябрь 2021, 15:50

Батырша музейында

“Пушкин картаһы” проекты сиктәрендә  Иҫке Балтас  1-се һәм 2-се  урта  мәктәптәре уҡыусылары район үҙәгендә урынлашҡан  XVIII  быуат  мәғрифәтсеһе Ғабдулла Ғәлиев (Батырша)  музейына экскурсияға барҙы.  

Батырша музейында
Батырша музейында

Экскурсия барышында райондың тарихы, беҙҙең ерлекте үҫтереүгә ҙур өлөш  индергән  етәкселәр тураһында  мәғлүмәт алдылар. Районыбыҙҙың тарихы менән танышыу балаларҙың  күңелдәренә рухи байлыҡ өҫтәп,  бай  тәьҫораттар  ҡалдырҙы. Шулай уҡ музей етәксһе Рәфис Муллағаттар улы Шәйхәйҙәров  музейҙағы экспонаттар һәм  XVIII  быуат мәғрифәтсеһе Ғабдулла Ғәлиев (Батырша ) шәжәрәһе менән таныштырҙы.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: Белем көнөндә Рәсәйҙә өр-яңы федераль проект – “Пушкин картаһы” – старт алды. Ул дәүләт етәксеһе В.В. Путин башланғысы менән бойомға ашырыла.

 Ул 14 йәштән 22 йәшкә тиклемге йәштәргә бирелә. Карта иҫәбенә 3 мең һум аҡса һалына. Был сумманы мәҙәниәт усаҡтарына билет алғанда ҡулланырға мөмкин. Карта менән сентябрҙән декабргә тиклем иҫәпләшергә була. Киләһе йылда иҫәпте 5 мең һумға тулыландырыу планлаштырылған. Мәктәп уҡыусылары һәм студенттар мәҙәни сертификатты дәүләт хеҙмәттәр порталы аша юллай ала.

Гөлназ Ғәлләмова.

Батырша музейында
Батырша музейында
Батырша музейында
Читайте нас: