Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәни мөхит
3 Ноябрь 2021, 14:20

Афарин, көнгәктәр!

Көнгәк ауылынан Фәридә Фамин ҡыҙы Вилданова ҡыҙҙары Гөлдәр һәм Таңһылыу менән беренселәрҙән булып этнографик диктант яҙып, сертификат ала. Афариндар! #БЭД2021#Ҙурэтнографикдиктант#Асҡынрайоны#Аскинскийрайон #ЭтнографическийДиктант2021#ЭтнодиктантАскино  

Афарин, көнгәктәр!
Афарин, көнгәктәр!


«Быйыл иртәнге сәғәт 7-лә үк этнографик диктант яҙҙым. Үткән йыл был сараға һуңыраҡ ҡушылғайным, интернет менән бәйләнеш өҙөлөп, эй ыҙаландым. Шуға быйыл иртәнге сәғәт 7-лә үк диктант яҙырға ултырҙым. Һорауҙар ауыр ғына ине, шулай ҙа еңеп сыҡтым. 100 балл булды.

6-сы класта уҡыусы Гөлдәр ҡыҙым да яҙҙы. Уға 12 йәш кенә булғас, 20 генә һорау ине һәм унда башлыса әкиәттәр буйынса һорауҙар урын алғайны. Ул 93 балға яҙҙы.

9-сы класта уҡыусы Таңһылыу ҡыҙымдың һорауҙары минеке менән тап килә ине, бергәләп яуап бирҙек тест һорауҙарына. Ҡыҙымдыҡы ла 100 балл булды.

Үҙенә күрә бер имтиханға әйләнде диктант яҙыу, белемдәребеҙҙе баһалай алдыҡ, яңы мәғлүмәткә лә эйә булдыҡ. Бик файҙалы һәм кәрәкле сара, тип уйлайым”, - тип тәьҫораттары менән бүлеште Көнгәк мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Фларида Вилданова.

Наилә Имаева.

Афарин, көнгәктәр!
Афарин, көнгәктәр!
Афарин, көнгәктәр!
Афарин, көнгәктәр!
Читайте нас: