Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәни мөхит
23 Сентябрь 2021, 21:05

«Сәскә ат һин, Тыуған яғым!»

Ҡышлауйылға урта мәктәбендә фәһемле лә, күңелле лә байрам үткәрәләр.

«Сәскә ат һин, Тыуған яғым!»
«Сәскә ат һин, Тыуған яғым!»

 

«Район Мәҙәниәт йортоноң балалар һәм үҫмерҙәр менән эшләү бүлеге методисы Земфира Сәлимгәрәева Ҡышлауйылға урта мәктәбе уҡытыусылары менән берлектә уҡыусылар өсөн бай йөкмәткеле, фәһемле һәм күңелле байрам үткәрҙе. Был сара яҡынлашып килеүсе Республика көнөнә арналды. Шуға байрам сиктәрендә ойошторолған викторина, йомаҡтар һәм пазлдар йыйыу бәйгеләре Башҡортостаныбыҙҙың мөғжизәле һәм иҫтәлекле урындары, күренекле шәхестәре, бай тарихына бағышланды. Тематик ярыштар күңелле уйындар менән үрелеп барҙы. Артабан Ҡурсаҡ театры «Эт нисек үҙенә хужа тапҡан» әкиәтен сәхнәләштерҙе.

Саф һауала үткән байрам барыһына ла бик оҡшаны. Уҡыусылар Башҡортостаныбыҙ тураһында белемдәрен яңыртып һәм тулыландырып, туйғансы саф һауала уйнап, яңы көс-дәрт алып таралышты”, - тип хәбәр итте

мәктәп директорының уҡытыу һәм тәрбиәүи эштәр буйынса урынбаҫары Наилә Ғлимшина.

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре әленән-әле ауылдарға сығып, сағыу программалар менән сығыш яһап, халҡыбыҙҙың мәҙәни тормошона йән өрә. Бында уларға “Мәҙәниәт” милли программаһы буйынса алынған тәгәрмәсле мобиль клуб ярҙам итә.

 

Наилә Имаева.

 

 

 

«Сәскә ат һин, Тыуған яғым!»
«Сәскә ат һин, Тыуған яғым!»
«Сәскә ат һин, Тыуған яғым!»
«Сәскә ат һин, Тыуған яғым!»
«Сәскә ат һин, Тыуған яғым!»
«Сәскә ат һин, Тыуған яғым!»
Читайте нас: