Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәни мөхит
30 Август 2021, 10:10

Онотолмаҫ тәьҫораттар алдылар

Ҡариҙел районынан бер төркөм хаҡлы ялдағылар «Башҡорт оҙон ғүмерлелеге. Туризм» проекты сиктәрендә Ҡариҙел-Бөрө-Благовещен районындағы Успенский Свято-Георгиевский ирҙәр монастыре маршруты буйынса сәйәхәттә булды

Онотолмаҫ тәьҫораттар алдылар
Онотолмаҫ тәьҫораттар алдылар

Сәфәрҙең программаһы тулы йөкмәткеле ине, ул Бөрө ҡалаһынан башланды. 1839-1842 йылдарҙа һуңғы рус классицизмы стилендә төҙөлгән Свято-Троицкий соборына барыуҙан пенсионерҙар онотолмаҫ тәьҫораттар алды. Шулай уҡ ҡариҙелдәр сулмәкселер оҫтаханаһында булды һәм урындағы ҡорт балын тәмләп ҡараны.Унан һуң төркөм Благовещен районының бик матур таулы-урманлы ерендә урынлашҡан «Святые Кустики» тип исемләнгән Успенский Свято-Георгиевский ирҙәр монастырына юлланды. Революцияға ҡәҙәр бирелә 1901 йылда нигеҙ һалынған Георгиевский ҡатын-ҡыҙҙар монастыры булған, 1928 йылға ҡәҙәр эшләгән. Пенсионерҙар купелдә, шишмәлә булды, яңы ғына бешкән монастырь икмәгенән ауыҙ итте.

Люция Карамова.

Ҡариҙел районы.

Онотолмаҫ тәьҫораттар алдылар
Онотолмаҫ тәьҫораттар алдылар
Онотолмаҫ тәьҫораттар алдылар
Онотолмаҫ тәьҫораттар алдылар
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас: