Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәни мөхит
17 Июль 2021, 08:00

Ауыл тарихы – милләт тарихы

Иштирәк ауыл мәҙәниәт йорто алдында сал тарихлы, бай тәбиғәтле, ҡунаҡсыл халҡы булған ауыл тарихына бағышланған “Тыуған ауылым тарихы һәм йолалары” тип исемләнгән сара уҙҙы.

Ауыл тарихы –  милләт тарихы
Ауыл тарихы – милләт тарихы

Сараға тыуған ер тупрағының ҡара икмәген ашап, ҡойо-шишмәләренең һыуын эсеп, шифалы hауаһын һулап үҫкән ауылдаштар, уларҙың балалары, ейәндәре йыйылды. Һәр әҙәм балаһының туған төбәге бар. Һәм, кем генә булһа ла, һәр кемде үҙенең тыуып-үҫкән ере, унда йәшәүсе кешеләр, нәҫел-нәсәбе, тарихы, милләте, ғөрөф-ғәҙәттәре, милли традициялары ҡыҙыҡһындырмай ҡалмай. Ауыл тарихы – милләт тарихы ул.
Ауылдың тарихы менән ҡыҫҡаса таныштырып, Әлфир Ҡәүи улы Шәйхуллин, мәсет тарихы тураһында Мөҙәрис хәҙрәт, оло быуын вәкиле Рәүфәт ағай, ауылдың әлеге торошо, көнкүреше тураһында Юғары Янаҡтай ауыл биләмәһе башлығы Рәшит Мәғрүф улы Мусин, районыбыҙҙа, ауылдарҙа мишәр халҡының йәшәйеше тураһында Мишәр тарихи мәҙәни үҙәгенең баш белгесе Айдар Хатип улы Сираев сығыш яһаны. “Серҙәш” фольклор ансамбленың сығышы сараны музыкаль яҡтан биҙәне.
Сараның икенсе өлөшөндә оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо. Боронғо әйберҙәрҙән эшләнгән күргәҙмә, стендтарға урынлаштырылған шәжәрәләр ҙә байрамға ҙур йәм өҫтәне.
Һуңынан төрлө халыҡ уйындары уйнап, бейеп күңел астылар. Төрлө милли ризыҡтарҙан әҙерләнгән мул табын артында сәй эсеү ҙә ойошторолдо. Сара бик күңелле уҙҙы. Барлыҡ ҡатнашыусыларға ҙур рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәре Рәмзиә Зекер ҡыҙы Шәйхетдинова.


Гөлназ Ғәлләмова.

Ауыл тарихы –  милләт тарихы
Ауыл тарихы – милләт тарихы
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: